Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы социаль ярҙам сараһы булараҡ бушлай алыу мөмкинлегенә эйә булған граждандарҙың исемлеген тәҡдим итәбеҙ.
Улар:
- социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләр,
- аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр,
- балалы ғаиләләр,
- яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләр,
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (ентеклерәк ошонда - https://vk.cc/cpohdj),
- Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары (ентеклерәк ошонда - https://vk.cc/cpohhP),
- һәләк булған (мәрхүм) һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ғаилә ағзалары,
- Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан ойошторолған концлагерҙарҙың, геттоларҙың, башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәре,
- хәрби хәрәкәт инвалидтары,
- хәрби хәрәкәт ветерандары,
- 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған һуғыш осоро балалары,
- 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр (ғариза биреү тәртибендә).
2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән түбәндәгеләр ҙә файҙалана ала:
- баҡса, баҡса һәм дача ширҡәттәрендә теркәлгән кешеләр,
- шәхси йорттарҙа йәшәүсе пенсионерҙар (ентеклерәк ошонда - https://vk.cc/cpomwm).
Автономлы янғын иҫкәртеүсе ҡоролма алыу өсөн ғариза ҡалдырырға кәрәк. Бына бер нисә вариант:
- Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгендә күрһәтелгән телефон буйынса: 8 (347) 272-00-24 (эш көндәрендә 9.00-18.00 сәғәттәрҙә),
- электрон почта аша: centrppu@ppsrb.ru,
- БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында "Граждандарҙың мөрәжәғәттәре" бүлеге аша https://vk.cc/cp8z7Y,
- республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/,
- Күп функциялы үҙәк аша: https://vk.cc/ckQ0w0.
Ентеклерәк мәғлүмәт - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында: https://vk.cc/cpoysA.
Сығанаҡ: "Аңлатабыҙ_Башҡортостан" төркөмө.