

Хәйбулла районында тыуып үҫкән ағалы-ҡустылы Илшат менән Илмир Байғужиндар, аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итеп, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Бәләкәйе Илшат Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында педиатр булып эшләй, Илмир ағаһы – Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка терапевт-табибы. Уларҙың икеһе менән дә шәхсән осрашырға насип булды.
Ҡалала хөрмәт итәләр
Балалар табибы иң яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала, сөнки уға бәләкәй пациенттар менән аралашырға тура килә, ә улар йыш ҡына ҡайҙа һәм нимә ауыртыуын аңлата алмай. Шуның өсөн кескәйҙәрҙе ҡабул иткән табиптар күпселек осраҡта сабый күҙлегенән сығып эш итә, уларҙы ярата, кәрәк ваҡытта балалар телендә аралаша.
Был йәһәттән Илшат Хәйҙәр улына борсолорға кәрәкмәй: уны Сибайҙа яҡшы табип булараҡ һәр ата-әсә белә һәм хөрмәт итә. Докторға бер тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт иткәндәр уның хаҡында һөнәренә тоғролоғо, балалар һаулығын шул тиклем яҡшы тикшереүе һәм күҙәтеүе, йылы мөнәсәбәте өсөн ҙур рәхмәт әйтә. Ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына һәм эш сәғәте тамамланыуға ҡарамаҫтан, Илшат Байғужин һәр пациентты ҡабул итмәйенсә ҡайтырға ашыҡмай. Күп ата-әсә табиптың был ғәҙәтен белгәнгә күрә, уға эләгеренә ышанып, сабыр ғына үҙ сиратын көтә.
Әңгәмәсем Хәйбулла районының Ивановка ауылында Хәсибә Ирғәли ҡыҙы менән Хәйҙәр Шәрифйән улы Байғужиндар ғаиләһендә тыуған. Уларҙың нәҫеле үҙенең хеҙмәтенә тоғро табиптар династияһы булараҡ билдәле. Илшат Хәйҙәр улының әсәһе ғүмере буйы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләгән, әсәһенең апаһы Бүребай ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булған.
– Беҙҙең ғаилә йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй торғайны. VII класҡа тиклем – Атингән урта мәктәбендә, һуңынан Баймаҡта белем алдым. Ә X-XI кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында тамамланым, – ти Илшат Хәйҙәр улы. – Биология һәр саҡ иң яратҡан фәнем булды. Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инергә хыялландым. Шулай ҙа документтарымды Башҡортостан дәүләт медицина университетына тапшырырға ҡарар иттем. Тәүге йылда студент булып китер өсөн бер балл ғына етмәне, әммә төшөнкөлөккә бирелмәнем. Киләһе йыл тағы ла документтарымды тапшырҙым, был юлы бәхет йылмайҙы.
Илшат Хәйҙәр улына студент йылдары еңел бирелә, бында ла уның мәктәп йылдарынан биология фәнен яратыуы ярҙамға килә. Бәләкәйҙән әсәһенең ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тороуы, өйҙәрендәге һәр саҡ тәүге ярҙам өсөн әҙер торған “доктор сумкаһы” ла, ундағы дарыу еҫтәре, әленән-әле йыуып эленгән аҡ халат – быларҙың барыһы ла уға һөнәр һайларға булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр, күрәһең. Тиңдәштәре машина уйнағанда, улар ағаһы менән әсәһе һәм инәһе кеүек кемгәлер укол “һалып”, сирлеләрҙе дауаларға өйрәнә. Күп осраҡта атайҙары йәки туғандары ауырыу ролен үтәй йә иһә дуҫтарын “дауаларға” ашыға улар.
Яҡшы белемгә ынтылған студент уҡытыусыларының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бер ваҡыт уға һәм башҡа курсташтарына “Иммунопрепарат” предприятиеһы өсөн белгескә уҡырға тәҡдим дә итәләр.
– Бөтә Союз буйынса эшләгән совет заманындағы билдәле профессорҙарҙан төплө белем алыуыма ғорурланам. Улар беҙгә фәһемле кәңәштәр бирҙе һәм күп нәмәгә өйрәтте. Һөнәри юлды участка табибы булып башлау мөһим – был ғүмерлеккә ҙур тәжрибә бирә, тинеләр. 2014 йылда Сибай ҡалаһында хеҙмәт юлымды башланым һәм бөгөнгә тиклем табип-педиатр булып эшләйем. Башҡа урындарға ла саҡырыу бар, әммә үҙ эшемде яратыуым әлегә ебәрмәй, – тип йылмая әңгәмәсем.
Әлбиттә, педиатрҙың эш көнө бик тығыҙ: поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итеүҙән тыш, табип үҙ участкаһында йөрөп сығырға, яңы тыуған сабыйҙарҙы, ауырыу балаларҙы өйөндә ҡарарға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Илшат Хәйҙәр улы – үҙе лә ике бала атаһы. Йәмәғәте Рәмилә Юнир ҡыҙы менән алты йәшлек Әминәне, алты айлыҡ Иҙристе үҫтерә. Балаларына яҡшы атай, ҡатынына хәстәрлекле ир, бынамын тигән ышаныслы ғаилә башлығы ла ул.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Илшат Байғужин ҡала хакимиәте башлығының һәм Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Әммә балалар табибы өсөн иң ҙур баһа – йөҙләгән сабый һәм үҫмерҙәрҙең ата-әсәһенең оло рәхмәте, һау-сәләмәт балалар.
Шул тиклем баҫалҡы һәм ипле генә аралашҡан, балаларҙы күңелендәге йылы ихласлыҡ менән ҡабул иткән, уларҙы яратып ҡараған, әсәләренең һүҙен бүлдермәй тыңлаған ябай ҙа, ихлас та, үҙ эшенең ысын оҫтаһына әүерелгән, балаларҙың “доктор Айболит”ына әйләнгән Илшат Байғужиндың ҡабул итеү кабинетынан күңел күтәренкелегендә сыҡтым. Коридорҙа сиратҡа теҙелгән ата-әсәләрҙең, сирләп табипҡа килгән балаларҙың да күҙҙәрендә өмөт һәм ышаныс нурҙары балҡый кеүек тойолдо, асыуланып әйткән һүҙҙәре ишетелмәне. Уларҙың барыһы ла бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: барыбер балаңды табип-педиатр ҡабул итәсәк һәм мотлаҡ һауыҡтырасаҡ.
Һәләте – Хоҙайҙан
“Ағайым да табип, ул Аҡъярҙа эшләй”, тигәс, Хәйбулла тарафтарына юл төшкәндә, Илшат Байғужиндың ағаһын мотлаҡ күрергә тигән маҡсат ҡуйғайным.
Илмир Хәйҙәр улы ҡустыһына ҡарағанда ла һүҙгә һараныраҡ булып сыҡты. Уның ҡабул итеү бүлмәһе янында ла сираттың һыу буйылай һуҙылғанын иҫәпкә алып, бер нисә сирленең янына барып, буласаҡ геройым хаҡында бер аҙ белешергә булдым. “Күптәр тап уға эләгергә тырыша. Уның табиплығы – Хоҙайҙан. Барыһын да белә, яҙған дарыу-уколдары шунда уҡ ярҙам итә. Һәр ауырыуҙы бик иғтибар менән ҡабул итә, кәңәштәрен бирә, сиреңде шунда уҡ асыҡлай”, – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, яңылышмауыбыҙҙы аңлап, табип-терапевтың бүлмәһенә ҡыйыу ғына индек. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, аралашырға риза булды.
Башҡортостан дәүләт медицина институтының терапия бүлеген тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан Илмир Байғужин – бөгөн районда тәжрибәле табиптарҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип-терапевт Илмир Хәйҙәр улы әйтеүенсә, күптәр киҫкен респираторлы сирҙәр, киҙеү менән мөрәжәғәт итә. Сир балалар араһында ла, өлкәндәрҙә лә күҙәтелә, шуға күрә һәр кемгә мотлаҡ һаҡланыу сараларын күрергә кәңәш ителә.
– Ауыл халҡы күп осраҡта үҙ сәләмәтлегенә ҡарата битараф, сире үҙәгенә үтмәйенсә табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ икәнен әле булһа аңлап етмәйҙәр, – ти әңгәмәсем. – Мин һәр кемгә үҙ һаулығына етди иғтибар итергә кәңәш бирер инем.
Илмир Байғужин эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Миләүшә Рәмил ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләй. Кем белә, бәлки, Заһир менән Илназ да өләсәләре һәм атаһы, ағалары кеүек киләсәктә медицина юлын һайлап, Байғужиндарҙың аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итер.
- Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы,
Хәйбулла районы.

