Социаль мәсьәлә
14 Июль 2023, 09:00

Ауырлы ҡатындарҙың хәлен еңеләйтәләр

Был ярҙамға йөклөлөгө 12 аҙнанан да кәм булмаған һәм бала ҡарау буйынса ялда булған ҡатындар хоҡуҡлы.

Ауырлы ҡатындарҙың хәлен еңеләйтәләрАуырлы ҡатындарҙың хәлен еңеләйтәләр
Ауырлы ҡатындарҙың хәлен еңеләйтәләр

Рәсәй Дәүләт Думаһына йөклө ҡатындарға кредит каникулдары биреү тураһындағы закон проекты индерелгән. Был башланғыстың авторҙары – “Яңы кешеләр” фракцияһы вәкилдәре.

Закон проекты тарафынан йөклөлөгө 12 аҙнанан да кәм булмаған ҡатындар, бала ҡарау буйынса ялда булған ҡатындар ҡыҙына йәки улына ике йәш тулғанға тиклем кредит каникулын алыу хоҡуғына эйә.

Бының өсөн әсә һәм уның ире кредит килешеүе шарттарын үҙгәртеү талабы менән финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итә аласаҡ. Улар түләүҙәрҙе туҡтатып тороу йәки уларҙың күләмен кәметеү хоҡуғына эйә.

“Закон проекты ауырлы ҡатындарға һәм балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙе киңәйтеүҙе күҙаллай. Ҡатын йөклө ваҡытта һәм бала тыуғас, медицина тауарҙарын – сабыйға кәрәк-яраҡты һатып алыуға бәйле өҫтәмә финанс сығымдары талап ителә. Кредит каникулын биреү ғаиләгә финанс сығымдарын кәметеүгә һәм иғтибарҙы балаға, үҙҙәренә йүнәлтеүгә булышлыҡ итәсәк”, - тип яҙылған закон проекты тураһында аңлатыу яҙмаһында.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас