Социаль мәсьәлә
14 Июль 2023, 10:11

Өлгө булырлыҡ атайҙар бар

Өс ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

“Ер йөҙөндә иң ғәзиз кешең кем?” тип һораһалар, һәр кем “әсәй” тип яуаплар ине. Ысынлап та, яҡты донъяға килгәнсе үк сабыйы өсөн борсолоп, уны ғүмер буйына үҙ ҡанатына алып йәшәгән әсәйҙәрҙән дә изге кеше юҡтыр. Ә атайҙар һуң? Балаһына юл ярыусы, киләсәген хәстәрләүсе, ярҙам итеүсе ул түгелме? Ҡайһы саҡта яҙмыш ҡушыуы буйынса атай кешегә әсәй ролен дә үҙ иңенә алырға тура килә.

Тәтешле районының Борғон­баш ауылында тап шундай атай­ҙарҙың береһе – Рәмил Хәйрул­лин менән таныштыҡ. Күпселек ир-атҡа  хас булғанса бик баҫалҡы, үҙе тураһында һөйләргә яратмаған уңған ғаилә башлығы булып сыҡты ул. Яңғыҙы өс балаһын үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына сығарған атай күптәргә өлгө булырлыҡ.

Рәмил Мансур улы Борғонбаш ауылында тыуған. Иҫке Күрҙем урта мәктәбен, аҙаҡ Нефтекама нефть колледжын тамамлаған егет Краснохолм нефть һәм газ сығарыу идаралығының 4-се промыслаһына эшкә урынлаша. Ҡырҡ йылға яҡын оператор булып эшләй. 1982 йылда Яңауыл районының Тартар ауылы ҡыҙы Инзилә менән ғаилә ҡоралар. Бер-бер артлы Сулпан, Рәмилә, Айһылыу исемле ҡыҙҙары донъя­ға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур, татыу тормош 14 йыл ғына дауам итә, ҡаты ауырыуҙан һуң ҡатыны вафат була. Ул саҡта оло ҡыҙҙарына – 13, ә иң бәлә­кәсенә алты ғына йәш була. Шулай итеп, ҡыҙҙар – әсәйһеҙ, Рәмил Мансур улы ышаныслы тормош юлдашынан, ҡатын-ҡыҙ наҙынан мәхрүм ҡала.

 Юғалтыуҙы бик ауыр кисерә ир. Тик нисек кенә ҡыйын бул­маһын, бирешергә ярамағанын яҡшы аңлай, бөтә ғүмерен балаларына арнарға ҡарар итә, улар өсөн хәстәрлекле атай булырға тырыша. Мал-тыуар тәрбиәләй, ҡош-ҡорт тота, йорт эштәрен дә башҡара. Бына шулай мәшәҡәт, көйөнөс-һөйөнөстәр менән йыл артынан йыл уҙа, ҡыҙҙар бер-бер артлы үҫеп, белем алып, тыуған йорттан таралыша. Сулпан ғаиләһе менән – Үрге Тәтешлелә, Рәмилә Нефтекамала йәшәй. Төпсөгө Айһылыу атаһы эргәһендә. Рәмил Мансур улы – хәҙер өс ейәненең яратҡан олатаһы ла.

– Балаларым бик тырыш, маҡ­сатҡа ынтылыусан, аҡыллы булып үҫеп етте, – тип һөйөнә атай. – Әсәләрен нисек юҡһыныуҙарын ҡыҙҙарым йәшерергә тырыша, күңелдәренә был тойғоно күптән бикләп ҡуйғандар. Һағыналар, әлбиттә, нисек һағынмаһындар! Атай нисек кенә яҡшы булмаһын, әсәйҙе алмаштыра алмай, – ти Рәмил Мансур улы.

Хаҡлы ялда булһа ла, уның ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ. Ихатаһы тәрбиәле, аллы-гөллө сәскәгә сумған. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә ул. Тормоштарында ныҡлы терәк булған атайҙарын ҡыҙҙары өҙөлөп ярата, ваҡыт табып, тыуған йорттарына йышыраҡ ҡайтырға тырыша. Татыу ғаиләгә именлек, көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар насип итһен!

- Сирена РӘХИМЙӘНОВА

Читайте нас