

19 июлдә Баймаҡ районына Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре килгән. Был хаҡта урындағы хакимиәт башлығы Фәнис Әминев яҙған.
"Бөгөн беҙҙең районға эш сәфәре менән Ханты-Манси автономиялы округының Социаль үҫеш департаменты - Югра делегацияһы килде.
Делегацияға Ханты-Манси автономиялы округының Социаль үҫеш департаменты - Югра директоры Тереза Пономарева етәкселек итә. Мәртәбәле ҡунаҡтар беҙҙең министрлыҡ вәкилдәре менән бергә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкселегендә Темәс психоневрология интернатында булды.
Ханты-Манси автономиялы округы делегацияһының Башҡортостанға социаль яҡлау һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге тәжрибәһе менән танышыу эш сәфәренең төп маҡсаты булып тора", - тип яҙған Фәнис Әминев.
Фото Ф. Әминевтең сәхифәһенән.