

Республикала яңы ғына эш башлаған Өфө хосписы йәнләнде. Яңыраҡ журналистар өсөн ойошторолған асыҡ ишектәр көнө бында тормош ҡайнауын, социаль учреждениеның яйлап тәрбиәләнеүселәр менән тулыланыуын иҫбатланы. Бында һауыҡтырып булмай торған сиргә юлыҡҡандарға ярҙам итәләр, ауыртыныуҙан һәм ҡурҡыу тойғоһонан арынырға булышалар. Социаль йүнәлешле үҙенсәлекле стационарҙы асыу тураһындағы ҡарар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2019 йылда ҡабул ителгәйне. Ниһайәт, көтөп алынған көн килеп етте.
Хоспистың яраҡлаштырылған түгел, ә үҙ аллы күркәм бинала урынлашыуы, бөтә ваҡ-төйәккә тиклем уйлап эшләнеүе, беренсе ҡаттағы палаталарҙың айырым сығыу урындары булыуы, махсус карауаттар менән тәьмин ителеүе бик уңайлы. Тормоштоң ҡайһы бер осраҡтарында хоспистың ауырыуҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн йылыраҡ, әһәмиәтлерәк булыуын да күрҙек. Өлкәндәр һәм балалар бүлексәләре бер-береһенә оҡшаш ике ҡанатты хәтерләтә, айырма бары балалар бүлексәһендә махсус йыһазландырылған бассейн булыуында.
Пациенттарҙың береһе, ауыр тарҡау склероз диагнозы ҡуйылған Людмила Котар менән осраштыҡ. Ул хосписҡа нисек килеп эләгеүе, сирҙе нисек ҡабул итеүе, үҙен бында нисек тойоуы хаҡында һөйләне. Ул күптән инде йөрөй алмай, бары ятып ҡына тора. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, кисергән Людмила Ивановна бында кешеләрҙең мәрхәмәтле, яҡшы мөнәсәбәттә булыуы тураһында һоҡланып һөйләне.
–Мин яҡшы ғүмер кисерҙем. Эшләнем. Балаларым да, ейәндәрем дә бар, миңә уларҙың күҙҙәренә ҡарау оят түгел. Бында килеп эләгеүем өсөн дә оялмайым. Мин бындай тәрбиәгә лайыҡлымын, тип үҙемде йыуатам. Хоспистағы иғтибар, ихтирам, йылмайыу минең рухты күтәрә, йәшәгеләр килеп китә. Иң мөһиме – яҡшы мөнәсәбәт, – ти ул.
Социаль хеҙмәткәр Яна Мәжитова әйтеүенсә, Людмила Ивановнаның улы ваҡытлыса эш буйынса алыҫҡа киткән, шуға күрә уны хосписҡа урынлаштырып торорға булғандар. Хеҙмәткәрҙәр был хәлде “социаль тын алыу” тип атай. Ауырыуҙар өсөн генә түгел, ә уларҙың яҡындары өсөн дә бындай “тәнәфестәр” бик кәрәк.
Әсе тормош дөрөҫлөгө шундай. Йыш ҡына ҡаты сирле бала тәрбиәләгән ғаиләләр тарҡала, көндәлек даими хәстәрлек арып-талсығыуға, үпкәләшкә килтерә. Сирле кешене ҡарап арығандар өсөн хоспис тын алырға, үҙе тураһында уйларға форсат тыуҙыра. Өҫтәүенә яҡындары ауырыу эргәһенә теләгән ваҡытта килә ала.
–Беҙгә дауалаусы табип йүнәлтмәһе буйынса килергә була. Ниндәй осраҡ булыуына ҡарап, ул ауырыуҙы ҡайҙа һалырға кәрәклеген билдәләй, ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙҙең учреждениеға ебәреүҙәре ихтимал. Учреждениела шулай уҡ күсмә хеҙмәт эшләй. Өс бригада опекаһы аҫтында Өфөлә һәм Благовар районында меңгә яҡын ғаилә иҫәпләнә. Ауырыуҙың яҡындарына пациентты нисек дөрөҫ тәрбиәләү кәрәклеген аңлатыу, практикала күрһәтеп биреү ҙур ярҙам ул,– ти хоспистың баш табибы Оксана Кузовкина. – Тик паллиатив бүлексәһенә мотлаҡ һалыу кәрәклеге тыуған осраҡтар ҙа була.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәрбиәләнеүселәрҙең хосписҡа килеү маршрутын төҙөйәсәк. Стационарҙа 60 урын, ә дауалап булмай торған сирҙәргә дусар ҡаты ауырыуҙар 24 меңдән ашыу.
Тағы бер танышыбыҙ – 74 йәшлек Василий Эрмович бер нисә инсульт эҙемтәләренән һуң йөрөй алмаған, байтаҡ дауаханаларҙа дауаланған. Хәҙер таяҡҡа таянып хәрәкәтләнә башлаған. ”Эш бит дарыуҙарҙа, процедураларҙа түгел, ә эргәңдәге мөхит һиңә йәшәргә көс бирә, кәйефеңә, хәлеңә туранан-тура йоғонто яһай. Бындағы ҡыҙҙар иҫ китерлек, матурҙар, яғымлылар! Ҡулдары менән башымды һыйпап, йылы һүҙ әйтһәләр, һауығам да китәм!”– тип шаярта ул. Рус халыҡ хоры солисы бөгөн репертуарын иҫкә төшөрөп, йырлап ебәрергә лә ҡыйынһынмай.
Паллиатив сирлеләрҙе тәрбиәләүҙең үҙенсәлектәре бар. “Вера” хоспистарға ярҙам итеү фонды идараһы ағзаһы Александр Семин учреждение буйлап ойошторолған экскурсия ваҡытында түбәндәгеләрҙе һөйләне.
–Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: беҙ һеҙҙең менән дауаханала түгел. Хоспис стационар ҙа, дауахана ярҙамы ла була алмай. Барыһынан да элек кешенең дәрәжәһенә, бәҫенә ҡарата уның һуңғы көндәрендәге мөнәсәбәт фәлсәфәһе ул. Әлбиттә, беҙ яҡындарыбыҙ эргәһендә, уларҙың тәрбиәһендә һуңғы юлға китергә тейешбеҙ. Тик әгәр өйҙә һуңғы юлға оҙатыуҙы лайыҡлы тәьмин итеп булмаһа, ауыртыуҙы баҫыу мөмкинлеге лә юҡ икән, шул саҡта хоспис, күсмә бригада ярҙамға килә, – ти Александр Семин. – Һәр хоспистың төп бурысы – яҡты донъянан китеүсе кеше өсөн лайыҡлы, абруйлы мөнәсәбәт тыуҙырыу.
Проект авторҙары әйтеүенсә, яҡын арала бина ысын йорт мөхитен хәтерләтәсәк. Һәр кем ауыртыныуһыҙ, кәмһетелеүһеҙ, яҡындары эргәһендә (яңғыҙлыҡта түгел) һуңғы көндәрен үткәреүгә хоҡуҡлы.
Хосписта юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй, улар табиплыҡ ярҙамын күрһәтә. Александр Семин әйтеүенсә, ”хоспис фәне” энәләр менән түгел, ә махсус пластырь һәм ауыртыуҙы баҫыусы микстуралар менән эш итә. Хоспис ярҙамы фәлсәфәһе – ауырыуҙың туғандарына, яҡындарына, ғаиләһенә ярҙам ул, сөнки ауырыу мәңгелеккә китә, ә улар ҡала. Ҡалғандарҙың башында шундай уй нығынырға тейеш: “мин бөтәһен дә дөрөҫ эшләнем, ҡәҙерле кешем ауыртыу һиҙмәй беҙҙе ташлап китте”.
Әйтеүе еңел дә ул, ә бына көн дә әжәл килгәнен көтөп ятҡан һауыҡтырып булмай торған ауырыуҙарға ярҙам итеү өсөн ниндәй көскә эйә булырға кәрәк?
–Бының өсөн шәфҡәтлелек, йәлләү, ярҙам итеү тойғоһоноң кимәле юғары булырға тейеш. Хатта ҡайһы саҡта был ғына ла етмәй әле. Профессионал булырға кәрәк, – ти “Вера” фонды идараһы ағзаһы.
“Өфө хосписы” фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, тәрбиәләнеүселәргә ярҙам итеүҙән тыш, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе хәстәрлек күрһәтеүгә өйрәтеү бик мөһим. Әжәл килгәнен түшәктә яфаланып көткән, үҙен ҡарарға хәле лә, мөмкинлеге лә булмауынан ғаиләһе алдында ғәйепле тойған ауырыуҙар етерлек. Туғандары йыш ҡына яҡын кешеләренең хәлен нисек еңеләйтергә, нисек дөрөҫ ярҙам итергә белмәй ҡаңғыра. Тап шундай осраҡтарҙа хәстәрлек тураһында фәнде үҙләштергән “Өфө хосписы” төп кәңәшсегеҙ буласаҡ.
Фото:"Өфө хосписы" сайты.