

Бер быуатлыҡ тарихы булған Яңауыл үҙәк район дауаханаһы данлы юбилейын ҡаршылай. Бындай “йөҙйәшәр” дауаханалар Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
1923 йылда районда беренсе табиплыҡ амбулаторияһы асыла. Был ваҡытта унда бер табип, шәфҡәт туташы һәм санитарка эшләгән. Дауаханала республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле бик күп һәләтле һәм юғары профессионализмға эйә белгестәр хеҙмәт юлын башлаған.
Бөгөн медицина учреждениеһында 660 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың һигеҙе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлауҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. 36 белгес Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы, ике кеше Лука Крымский миҙалы һәм йөҙ хеҙмәткәр Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау отличнигы билдәһе менән бүләкләнгән. Яңауыл дауаханаһы табиптары үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Бында Васильевтар, Сәйфетдиновтар, Ғилметдиновтар, Гелиевтар, Зыязовтар, Низамов-Маннаповтар, Дәүләтшиндәр, Потеряевтар, Исмәғилевтәр, Һөйәрғоловтар, Ғәниевтәр, Мадъяровтәр, Мөхәмәтшиндәр династиялары халыҡ һаулығы һағында тора.
Ошо ваҡыт эсендә Яңауыл дауаханаһы күп профилле медицина ойошмаһына әүерелде. Уның составында – өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһы, стоматология бүлексәһе һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар бар. Бынан тыш, дауахана структураһына өс табиплыҡ амбулаторияһы, 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты, бер күсмә ФАП инә. Йыл һайын амбулатор-поликлиника хеҙмәте 250 меңдән ашыу пациентты ҡабул итә, 9,5 мең кеше стационарҙа дауалана. Дауахана тейешле бөтә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, рентген аппараттары яңыртылған, яңы маммографтар, флюорографтар, ультратауыш аппараттары, эндоскопик ҡорамалдар алынған. Автомобиль паркы яңыра, һуңғы осорҙа ете яңы машина менән тулыландырылған.
Алдағы йылдарға пландар ҙур – аҡ халатлылар биш модулле ФАП, заманса балалар поликлиникаһы төҙөү, нур диагностикаһы бүлексәһен диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырыу, халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыу тураһында хыяллана.
– Йөҙ йыллыҡ юбилей – иҫтә ҡалырлыҡ күркәм ваҡиға. Хәҙер икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫҡанда, өр-яңы бурыстарҙы ҡыйыу хәл итергә, көтөлмәгән һынауҙарға әҙер торорға тейешбеҙ, – ти дауахананың баш табибы Тимур Мадъяров.
Динә Арыҫланова