

2022 йылда Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73 йыл тәшкил итте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 72–76 йыл. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, был яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүгә төрлө сәбәптәр тәьҫир иткән.
Былтыр республикала дөйөм үлем кимәле 26,8 процентҡа кәмегән, сабыйҙар үлеме бары 4,2 промилле тәшкил иткән. Министр фекеренсә, быға йөклөлөк осоронда һәм хәүефле төркөмдө маршрутлау мәлендә мониторинг системаһын индереү, төп акушерлыҡ өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү, үҫеш тайпылыштары булған балалар тыуыуын ваҡытында диагностикалау һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Быйыл 1 ғинуарҙан киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү ауыр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә. Ғүмер оҙайлығын артабан арттырыу өсөн халыҡтың бөтә йәш категорияларында ла үлем кимәлен кәметергә кәрәк. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында асыҡ билдәләнгән. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә өлгәшеүҙә вакцина яһау, диспансерлаштырыу мөһим роль уйнай. Амбулатор-поликлиника селтәрен киңәйтеү, заманса ФАП-тар төҙөү халыҡтың дауаланыуға мөмкинлеген арттыра.
Быйыл республикала тағы ла 75 ФАП, ун табиплыҡ амбулаторияһы һәм биш табиплыҡ практикаһы офисы асыласаҡ. Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, һигеҙ төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр дөйөм финанслау күләме 7,98 миллиард һум тәшкил иткән. Сумманың дүрттән бер өлөшө – республика бюджетынан. Йәмғеһе ун һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа индерелгән, авария хәлендәге 55 ФАП модулле конструкцияларға алмаштырылған, 18 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән, өс меңдән ашыу ҡиммәтле ҡорамал алынған.
Әле һаулыҡ һаҡлауҙа Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур төҙөү өҫтөндә эш бара. Һанлаштырыуҙың төп йүнәлеше – телемедицина. 2019 йылда 12,6 мең телемедицина консультацияһы үткәрелһә, 2020 йылдан башлап был һан ете тапҡырға артҡан.
Республикабыҙҙа биш йыл дауам иткән “Сәләмәтлек поездары” проектының Рәсәй кимәлендә танылыуы, өлгө итеп ҡуйылыуы билдәле. Ул, ысынлап та, үҙен аҡланы. Айырыуса төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың хроник сирҙәрен асыҡлауҙа, диагностика үткәреүҙә ул яҡшы ярҙам сараһы булды. Былтыр ғына ла тәүге тапҡыр шик аҫтына алынған социаль әһәмиәтле дүрт меңгә яҡын сир асыҡланды, 27 меңгә яҡын кеше өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәрелде.
Ҡаҙаныштар менән бер рәттән, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Министрҙың билдәләүенсә, тәүге звенола кадрҙарҙы юғалтабыҙ, терапевтар, педиатрҙар, дөйөм практика табиптары етешмәй. Ашығыс медицина хеҙмәте лә шулай уҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Республикала был “аҡ тап”тарҙы бөтөрөү, белгестәрҙе һаҡлау, медицина учреждениеларына нығытыу, төбәктәргә еректереү буйынса дүрт төп программа булдырылған. Тәү сиратта “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” ярҙамға килде, былтыр ошо программалар буйынса 91 табип, 41 фельдшер һәм ике акушерка түләүҙәр алды. Быйыл Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса социаль түләүҙәрҙе йыл аҙағына тиклем ашығыс медицина ярҙамы водителдәре, тәүге ярҙам күрһәткән табип һәм шәфҡәт туташтары аласаҡ. Тәьҫирле сараларҙың береһе – медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү. Муниципалитеттар был йәһәттән өлгөрлөк күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр 186 табип, урта белемле 43 белгес торлаҡ менән тәьмин ителгән. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы район хакимиәте менән берлектә торлаҡ төҙөү буйынса пилот проекты эшләп, кадрҙарҙы районға йәлеп итеү, булғандарын һаҡлау өсөн тырыша. Федераль һәм төбәк средстволары, шулай уҡ эш биреүсе иҫәбенә төҙөләсәк йортта халыҡты хеҙмәтләндергән, һаулыҡ һағында уяу торған аҡ халатлылар, төбәкте күтәрәсәк йәш белгестәр йәшәйәсәк.
Динә Арыҫланова