

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
“Шатлыҡ өсөн ике сәбәп менән уртаҡлашҡым килә. Республика перинаталь үҙәгенән ике ҡатынды сығарҙылар. Беренсеһе – 11-се, икенсеһе 12-се сабыйын тапҡан, - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Баҡалынан ҡатын 11-се тапҡыр әсәй булған. Уның Амалия исемле ҡыҙы тыуған. Ә Өфөнән Гөлшат Вәлиева ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы иҫәпте тигеҙләгән: ул алтынсы малайын тапҡан. Әлбиттә, ошондай бәхетле ваҡиғанан ситтә тороп ҡалманым һәм иртән шәхсән ҡотланым. Сәскәләр һәм балалар ҡарауҙа ярҙам иткән видеонянялар бүләк иттем. Бәпестәр сәләмәт һәм бәхетле үҫһен!”
Фотолар: dr.arakhmatullin