Социаль мәсьәлә
22 Август 2023, 06:30

Аҡсаны кире ҡайтарып була

120 мең һумға тиклем. Был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ.

Аҡсаны кире ҡайтарып булаАҡсаны кире ҡайтарып була
Аҡсаны кире ҡайтарып була

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле әмәлиәт (операция) эшләтергә тура килә. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ:

* физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ;

*медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа;

* медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ;

* йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас