Социаль мәсьәлә
22 Август 2023, 07:05

Бер йотомо ғүмерҙе өҙөүе ихтимал

Сәләмәт тормош алып барыуға бер ни етмәй.

Донъяла кеше ғүмеренән һәм һаулығынан ҡиммәтерәк ғәмәл юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарашта түгел һәм зыянлы ғәҙәттәр, шул иҫәптән “йәшел йылан” менән дуҫ. Йыл һайын илебеҙҙә 13 – 18 мең кешенең ғүмере  алкоголь һәм ялған араҡы менән ағыуланыуҙан өҙөлә.

 

Үҙ-үҙегеҙҙе ағыуламағыҙ!

 

Белгестәр билдәләүенсә, ялған иҫерткес эсемлектәр Рәсәй баҙарының яҡынса өстән ике өлөшөн биләй, ә халыҡҡа йыл һайын бер миллиард литрғаса законлы әйләнештә булмаған спирт һатыла. Миллиондарса һумға торошло был продукция Башҡортостанға ла ҙур партиялар менән индерелә, ул яйға һалынған сауҙа алымдары аша һатып алыусыларға тиҙ барып етә. Контрафакт араҡыны спиртлы эсемлектәр етештергән предприятиеларҙың ялған ярлыҡтары менән индереү осраҡтары ла теркәлә.

Илебеҙҙә, уртаса алғанда, бер кеше башына йылына ете-туғыҙ литр иҫерткес эсемлек тура килә. Беренсе урынды араҡы биләй – 56 процент. Дөйөм алғанда, белгестәр билдәләүенсә, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу күләме йылдан-йыл кәмей, әммә стандарт булмаған алкоголь – ябайыраҡ әйткәндә, ялған араҡы әйләнеше арта. Тап ана шул хәүефле эсемлек көслө ағыуланыу, хатта үлем осраҡтарына килтерә лә инде.

Тормоз шыйыҡсаһы йәки һәр төрлө химия эсеүселәр генә зыян күрә, тип уйлаһағыҙ, яңы­лышаһығыҙ. Сифаты шикле эсемлектәр ҡулланып, тотош компания менән ағыуланыусылар ҙа бар. Бынан бер нисә йыл элек составында метил спирты булған шыйыҡса эсеп, Өфө районының Миловка ауылында биш кешенең ғүмере өҙөл­гәйне. Саҡмағош районында ла ошо сәбәпле бер юлы дүрт кеше һәләк булды. Егет һәм ҡыҙҙар гаражда йыйылып күңел асырға була, ә һөҙөмтә бик аяныслы.

Хөрмәтле өлкәндәр, балаларға алкоголдең ниндәй хәлдә лә зыянлы булыуын аңлатығыҙ. Ә ялған араҡы – икеләтә ҡурҡыныс. Уның бер йотомо ғына ла ғүмерҙе өҙөүе ихтимал.

 

Нимә ул этанол һәм метанол?

 

Һәр алкоголле эсемлектә этанол бар. Күләменә, организмға эләгеү ысулына, концентрацияһына һәм тәьҫир итеү оҙайлылығына бәйле был матдә токсик һәм наркотик сифаттарға эйә. Көслө эсем­лектәрҙе саманан тыш ҡулланған осраҡта, этанол­дың баш мейеһенә емергес тәьҫире көсәйә. Баш мейеһе ҡабығы нейрондарында органик үҙгәреш­тәр башлана, улар зарарланып үлә. Һөҙөмтәлә капиллярҙар – ваҡ ҡан тамырҙары шартлай. Ашҡаҙан, бауыр, эсәктәр эшмәкәрлеге лә боҙола.

Сәнәғәт спиртында, этанолдан тыш, тағы ла ҡурҡынысыраҡ, үлемеслерәк матдә – метанол бар. Ул туранан-тура йөрәккә һәм нервы системаһына тәьҫир итә. Метанолдың 30 грамы ғына ла үлемесле һанала. Үлмәгән осраҡта ла, уны ҡулланыу көслө ағыуланыуға килтерә. Кешенең һуҡырайыуы, бауырын эшлектән сығарыуы, ашҡаҙан яман шешенә дусар булыуы бар.

 

Закон боҙһаң, яуап бир!

 

Ялған алкоголь етештереү, һатыу өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла оноторға ярамай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Роспотребнадзор” һәм башҡа хеҙмәттәрҙең тырышлығы менән рейдтар уҙғарыла, законды боҙоусылар асыҡлана, яуапҡа тарттырыла.

Быйыл ғинуар – июнь айҙарында Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 230 тикшереү үткәргән һәм составында спирт булған 30 меңдән ашыу шыйыҡсаны тартып алған, 139 администра­тив протокол төҙөлгән. Баш ҡала хакимиәтендә сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү буйынса ведомство-ара комиссия кәңәшмәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы бүлек оперуполномоченныйы Диана Илалова билдәләүенсә, быйыл “Суррогат” һәм “Алкоголь” иҫкәртеү саралары өс этапта үткәрелгән. Ялған алкоголь продукцияһы етештереү буйынса бер йәшерен цех эшмәкәрлеге асыҡланған. Бында метил спирты булған тәҙрә йыуыу шыйыҡсаһы етештер­гәндәр.

Быйыл Башҡортостан таможняһы ла Рәсәй Эске эштәр министрлығының, “Роспотреб­надзор”ҙың, “Россельхознадзор”ҙың Башҡорт­остан буйынса идаралыҡтары менән берлектә 35 тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә административ хоҡуҡ боҙоу буйынса биш эш асылған.

...Сәләмәт тормош алып барыуға бер ни етмәй! Ә уның биш юлы бар – дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр эшләү йәки спорт менән шөғөлләнеү, шәхси гигиена, сынығыу һәм насар ғәҙәттәрҙе булдырмау йәки уларҙан ҡотолоу. Һау һәм оҙон ғүмерле булыу өсөн тәү ҡарамаҡҡа артыҡ күп тә кәрәкмәй. Ошо үрҙә әйтелгән биш кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Ә насар ғәҙәттәрҙән йырағыраҡ булыу зарур.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас