Социаль мәсьәлә
7 Сентябрь 2023, 06:45

"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" форум-күргәҙмәһе үтә

Сара 19-21 октябрҙә Өфөлә була.

"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" форум-күргәҙмәһе үтә"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" форум-күргәҙмәһе үтә
"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" форум-күргәҙмәһе үтә

2023 йылдың 19-21 октябрендә Өфөлә II «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтәсәк. Уның төп темаһы - 18 йәштән өлкән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу.

Халыҡҡа форум тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» рәсми интернет-каналы булдырылды, унда форумдың бөтә сараларын анонслау күҙаллана.

Быйыл "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" күргәҙмәһендә "Урал спорт ҡорамалдары заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Орто-Инновациялар" компанияһы ҡатнашасаҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас