

«Демография» милли проектының «Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты курстар үткәрә. Робот техникаһы, мәғлүмәттәр базаһы әҙерләү, бизнес-планлаштырыу һәм менеджмент, фитнес-инструктор, репетиторлыҡ, педагогика һәм психология йүнәлештәре буйынса бушлай белем алырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтында танышырға мөмкин. Бөтәһе 20-нән ашыу программа тәҡдим ителә. Шунда уҡ курстарға яҙыла торған ҡулланма ла табырға мөмкин.
Бушлай уҡыуҙы түбәндәге халыҡ категориялары үтә ала:
1. Ойошманы бөтөрөү йәки штатты ҡыҫҡартыу менән бәйле эштән сығарыу хәүефе янаған; диплом алғандан һуң дүрт ай дауамында эш тапмаған; мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп тә алған һөнәре буйынса эш тапмаған колледжда йәки вузда (маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған белгестәрҙән тыш) һуңғы йыл уҡыған; хәрби хеҙмәте тамамланғандан һуң дүрт ай һәм унан да күберәк ваҡытта эш тапмаған 35 йәшкә тиклемге йәштәр.
2. Өс йәшкә тиклемге бала ҡарау отпускыһында булған ҡатын-ҡыҙ.
3. Ете йәшкәсә балаһы булған эшләмәгән ҡатын-ҡыҙ.
4. Эштән бушатылыу хәүефе янаған (тулы булмаған эш ваҡыты режимын индереү, эштең булмауы, эштәрҙең ваҡытлыса туҡтатылыуы, эш хаҡы һаҡланмаған отпускы биреү, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу буйынса саралар үткәреүҙе лә индереп) хеҙмәткәрҙәр.
5. 50 йәшлек һәм унан өлкәнерәк граждандар, пенсия алды йәшендәгеләр.
6. Мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлгән эшһеҙ граждандар.
7. 11.05.2014 йылдан алып Донецк Халыҡ Республикаһы Ҡораллы Көстәре, Луганск Халыҡ Республикаһы халыҡ милицияһы, ДХР һәм ЛХР хәрби берләшмәләре һәм органдары составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр.
8. МХО-ла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
9. Һәләк булған МХО ветерандарының ғаилә ағзалары.
10. Украина биләмәһендә даими йәшәгән, ҡасаҡ танытмаһын йәки Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ваҡытлыса һыйыныу урыны биреү тураһындағы таныҡлыҡ алған Украина граждандары һәм гражданлыҡтары булмаған кешеләр.
Программа аҙағында квалификация камиллаштырыу тураһында танытмалар йәки ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү хаҡында диплом бирелә.
Фото bspu.ru