Социаль мәсьәлә
18 Сентября 2023, 05:30

Өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге арта

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәгә дәүләт ярҙамын юғалтмай эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуҙырылды

Өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге артаӨҫтәмә килем алыу мөмкинлеге арта
Өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге арта

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы Президент ҡушыуы буйынса инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшләргә лә, дәүләт пособиеһы алырға ла мөмкинлек бирәсәк Указ проекты әҙерләне. Документ 2024 йылдан өлөшләтә мәшғүллек шарттарында  ғәмәлгә инәсәк.

– Баҙар шарттарындағы үҙгәрештәр, мәшғүллектең төрлө формалары үҫешеүе, шул иҫәптән дистанциянан тороп эшләү һәм үҙмәшғүллек, инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә өҫтәмә килем алырға мөмкинлекте арттыра. Улар ситтән тороп йәки тулы булмаған көн эшләй ала. Тик бөгөн ата-әсәгә эшләү һәм пособие алыу мөмкинлеге араһында һайланырға тура килә. Президент ҡушыуы буйынса норматив базаға тейешле үҙгәрештәр индерелде, һөҙөмтәлә ата-әсәгә дәүләт ярҙамын юғалтмай эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуҙырылды, – тип белдерҙе Рәсәй Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Антон Котяков.

Инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм опекундарға түләүҙәр күләме ун мең һум тәшкил итә.Әле ундай түләүҙәрҙе бары эшләмәүсе граждандар ғына ала. 2024 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙәрҙе алыу мөмкинлегенә тулы булмаған эш көнө, дистанциянан тороп, өйҙә, граждан- хоҡуҡи килешеүе буйынса  эшләгән ата-әсәләр һәм опекундар ҙа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр ҙә эйә буласаҡ.

 


Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас