Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2023, 06:00

15-се балалары тыуҙы!

Иң өлкәндәренә – 25 йәш...

15-се балалары тыуҙы!15-се балалары тыуҙы!
15-се балалары тыуҙы!

Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Людмила Анатольевна һәм Андрей Владимирович Старцевтар ғаиләһендә 15-се сабый донъяға килде. Яңыраҡ Мәләүез районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Светлана Сәғәҙиева тантаналы шарттарҙа бәхетле әсәгә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.

Старцевтарҙың татыу ғаиләһендә 15-се сабый – Артем Андреевичтың  донъяға килеүе ҙур шатлыҡ. Ғаиләлә бөтәһе туғыҙ малай һәм алты ҡыҙ тәрбиәләнә. Иң өлкәндәренә – 25 йәш.

Йорт хужаһы Мәләүез ҡалаһы предприятиеларының береһендә эшләй. Старцевтар шәхси хужалыҡ тота, балалар һәр эштә – ата-әсәһенең уң ҡулы, улар ярҙамсыл һәм эш һөйөүсән булып үҫә.

Оло ғаиләгә сәләмәтлек, именлек һәм татыулыҡ теләйбеҙ!

 Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас