

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын һәм тейешле түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алыу мөмкинлегенә эйә.
Тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған (https://t.me/government_rus)
Ҡарар хәрби хеҙмәткәрҙәргә, Эске эштәр министрлығы, Росгвардия, ФСБ һәм ФСИН хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ 2022 йылдың 24 февраленән Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә, 2022 йылдың 30 сентябренән Запорожье Һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ирекмәндәргә ҡағыла.
Был категория граждандарына хәҙер тейешле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ғаризалар менән мөрәжәғәт итеү талап ителмәй.
Унда аныҡ кешенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған бөтә документтар бар.
2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары дәүләт структураларына мөрәжәғәт итмәйенсә ай һайын тейешле аҡсалата түләү ала аласаҡ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/sagitovirek/4725