Социаль мәсьәлә
9 Октябрь 2023, 15:20

Ағиҙелдәргә лайыҡлы бүләк

Иң яҡшы ҡала алты параметр буйынса билдәләнә – һаулыҡ, балалар хәүефһеҙлеге, балалыҡты яҡлау, мәғариф, ял һәм мәҙәниәт, ҡала мөхите.

Ағиҙелдәргә лайыҡлы бүләкАғиҙелдәргә лайыҡлы бүләк
Ағиҙелдәргә лайыҡлы бүләк

9 октябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Ағиҙел хакимиәте башлығы Денис Ирназаровҡа “Ғаиләгә һәм балаларға теләктәш ҡала” наградаһын тапшырҙы. Муниципалитет 2022 йыл йомғаҡтары буйынса дуҫлыҡ индексының республика лидеры булды.

Билдәләп үтергә кәрәк, был награданы икенсе йыл тапшыралар. Иң яҡшы ҡала алты параметр буйынса билдәләнә – һаулыҡ, балалар хәүефһеҙлеге, балалыҡты яҡлау, мәғариф, ял һәм мәҙәниәт, ҡала мөхите.

– Конкурсты республиканың Хеҙмәт министрлығы ойоштора. Беҙ Ағиҙелдең бындай наградаға лайыҡ булыуына шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас