Социаль мәсьәлә
20 Октябрь 2023, 14:30

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙенсәлекле журналды күрһәттеләр

"Беҙҙең өсөн иң мөһиме: инвалидтар өсөн мәғлүмәт мөхитен булдырыу..."

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙенсәлекле журналды күрһәттеләрҺаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙенсәлекле журналды күрһәттеләр
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙенсәлекле журналды күрһәттеләр

Бөгөн барлыҡ киң мәғлүмәт саралары интернетҡа күсте, әммә нәшер ителгән баҫманың көсө ҙур, төҫө, күләме уҡыусыны мауыҡтырғыс донъяға илтә. Рәсәй инвалидтарының иһә мәғлүмәт бюллетене түгел, ошондай ҙур, матур журналы бар. Ул һуңғы йылдарҙа донъя күрә башланы.

- Быға тиклем нәшер ителмәгән журналды баҫыу тураһында идея бар ине. Кешеләргә дүрт стенанан сығып, донъяға сығыу, инвалидтарға мөмкинлектәренең барлығы һәм тормошҡа икенсе ҡараш миҫалдарын күрһәтеү ине. Нимә эшләргә - илдәге потенциаль аудиториябыҙ – Рәсәйҙә йәшәгән 30 миллион кеше – улар – инвалидтар һәм ғаилә ағзалары, - тип һөйләгән “Республика Башкортостан” гәзитенә һөнәре буйынса үҙе журналист булған Андрей Кокорев.

“Я – МОГУ!” Мәскәүҙә генә түгел, төбәктәрҙә, үҙҙәрендә, журналды таратыр партнерҙарҙы эҙләй. Әлегә журнал квартал һайын сыға һәм уға Рәсәй почтаһы аша яҙылып була.

-  Беҙҙең өсөн иң мөһиме - инвалидтар өсөн мәғлүмәт мөхитен булдырыу. Журналдың интернет-витринаһы ла бар, әммә уның баҫылған төрө бөтөнләй икенсе, - ти Андрей Кокорев.

Фото, сығанаҡ: resbash.ru/news/zdorove/2023-10-20/v-ufe-na-forume-lomaya-bariery-pokazali-unikalnyy-zhurnal-dlya-lyudey-s-ovz-3486079

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас