Социаль мәсьәлә
20 Октябрь 2023, 14:20

Форум икенсе тапҡыр үткәрелә

Өфөлә II “Кәртәләрҙе емереп” Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара.

Форум икенсе тапҡыр үткәреләФорум икенсе тапҡыр үткәрелә
Форум икенсе тапҡыр үткәрелә

Форум майҙансыҡтарында халыҡ өсөн бушлай кәңәш бирелә, инклюзив мода, ҡаяға үрмәләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, “Изге республика” хәйриә йәрминкәһе һәм башҡалар ойошторола.

- Форумдың быйылғы төп темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Әлбиттә, ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – айырым урында. Башҡортостанда был эштең үҙ моделен булдырабыҙ. Ул тотош тормошто, тирә-яҡ мөхит элементтарын үҙ эсенә ала, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Форумдың эшлекле өлөшө 37 саранан тора.

- Һәр граждан өсөн тигеҙ мөмкинлектәрҙе булдырыу, мөхиттән файҙалана алыу, хеҙмәттәр дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Башҡортостанда инклюзия принциптарын алға этәреү – төп мәсьәләләрҙең береһе, - тине Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева.

Фото, сығанаҡ: resbash.ru/articles/obshchestvo/2023-10-19/v-ufe-startoval-ii-vserossiyskiy-forum-vystavka-lomaya-bariery-3484939

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас