Социаль мәсьәлә
25 Октябрь 2023, 09:15

Кәртәләрһеҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ...

Быйыл был сара икенсе тапҡыр үткәрелде

Кәртәләрһеҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ...Кәртәләрһеҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ...
Кәртәләрһеҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ...

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһе тамамланды. Сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арналғайны. Бында был өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителде, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторолдо, килешеүҙәр төҙөлдө.

Беренсе форум былтыр Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгәйне. Әммә идея бынан алдараҡ барлыҡҡа килгәйне.

- “Кәртәләрҙе емереп” бренды Башҡортостанда 2012 йылда барлыҡҡа килгәйне, - тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Барыһы ла ошо уҡ исемдәге инклюзив балалар ижады фестиваленән башланғайны. Әммә һәр ваҡыт беҙҙә ошо ижади форматтан сығыу һәм фестивалде эшлекле программаны берләштереү теләге бар ине. 2021 йылда Башҡортостанда техник реабилитациялау сараларын етештереүселәр күргәҙмәһен үткәрҙек. 2022 йылдың ғинуарында Стратегик башланғыстар агентлығына Өфөлә тотош Рәсәйҙән реабилитациялау сараларын етештереүселәрҙе йыйырға, шулай уҡ сараға һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, социаль яҡлау вәкилдәрен йәлеп итергә  тәҡдим иттек.

“Социаль координатор” проекты буйынса килешеү сараның һөҙөмтәләренең береһе булды. Был ауыр тормош хәлдәренә тарыған кешеләргә ярҙам иткән социаль участковыйҙар хеҙмәте кеүегерәк. Мәҫәлән, оло йәштәге кешегне интернатҡа урынлаштырыу, инвалидҡа льготаларҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү һәм башҡалар. Бынан тыш, беренсе форум һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы төбәктәге техник реабилитациялау сараларын етештереүселәргә ярҙам буйынса республика программаһын эшләргә ҡушты. Һөҙөмтәлә республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тарафынан “Реабилитациялауҙың һәм реабилитациялау ҡоролмаларының техник сараларын етештереү үҫеше” подпрограммаһы раҫланды.

Тағы бер йыл үткәс, Бөтә Рәсәй “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһе үткәрелде. Унда 5,5 кеше, шул иҫәптән Беларустән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, АҠШ-тан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Форумда төрлө тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр, стратегик сессиялар ойошторолдо. Уларҙың береһе туризмға арналған ине.

- Бер йыл элек форумда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн туризм инфрастуктураһын нисек үҫтереү тураһында һөйләшкән инек, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

18 йәштән өлкәндәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын формалаштырыу ҙа форумдың төп темаларының береһенә әүерелде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: //panoramarb.ru/articles/аналитика/2023-10-24/bez-barierov-i-pregrad-3491070

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас