Социаль мәсьәлә
31 Октябрь 2023, 05:15

Урамдарҙа хәҙер төнөн дә яҡты

“Урамдарҙы яҡтыртыу ауылдар халҡы өсөн һәр саҡ көнүҙәк тема булып ҡала, айырыуса ҡышҡы осорҙа”, – тип яҙа Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Закир улы Сәйетғәлин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Урамдарҙа хәҙер төнөн дә яҡтыУрамдарҙа хәҙер төнөн дә яҡты
Урамдарҙа хәҙер төнөн дә яҡты

“Энергосервис килешеүе ярҙамында урамдарҙы яҡтыртыуҙы 2021 йылда Архангел ауылында башлағайныҡ”, – тип яҙа ул. – “Быйыл өс ауылда – Инйәр, Тәүәкәс һәм Ҡыҙыл Еҙемдә – урам лампалары алмаштырылды. Барыһы 164 диодлы яҡтыртҡыс ҡуйылды”.

Республика субсидияһы нигеҙендә Абҙан һәм Ирныҡшы ауылдарында ла урам яҡтыртҡыстары ҡуйылған. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Фото: А.З.Сәйетғәлиндың социаль селтәрҙәге сәхифәләренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас