

Республикала 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды. 1 ғинуарҙан ул 13 753 һум (хәҙер 12 650 һум) тәшкил итәсәк. Эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн –12 530 һум, балалар өсөн 13 340 һум тәшкил итәсәк.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, йәшәү минимумы дәүмәле кешеләрҙең йәшәү кимәлен билдәләү һәм аҙ килемлеләр категорияһына индереү өсөн файҙаланыла. Ул дәүләт социаль ярҙамын тәғәйенләү өсөн ҡулланыла.
Ксения Калинина фотоһы.