

Башҡортостан тармаҡ-ара институтында «Уралдың хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгесе-2023» асыҡ төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Унда илдең 31 төбәгенән - Мордовиянан, Удмуртиянан, Татарстандан, Төмән, Брянск, Свердловск өлкәләренән, Краснодар, Хабаровск, Красноярск крайҙарынан хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге 600-ҙән ашыу белгес ҡатнашты.
Конкурс дистанциялы рәүештә (онлайн форматында) уҙғарылды. Һәр ҡатнашыусы 50 минут эсендә 50 һорауға яуап бирергә тейеш ине, уларҙың һәр береһенә дүрт яуап варианты тәҡдим ителде. Конкурста ҡатнашыусылар алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң күп дөрөҫ яуап биреү бурысы торҙо. Дөрөҫ яуаптар тигеҙ булғанда аҙыраҡ ваҡыт сарыф иткән ҡатнашыусылар өҫтөнлөккә эйә булды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Уралдың хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгесе-2023» исеме Силәбе өлкәһенең «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Татьяна Сопилкинаға бирелде (Силәбе ҡалаһы). Икенсе урынды «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәтенең 1-се категориялы хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Олег Логиновский яуланы. Өсөнсө урын «Связьтранснефть» акционерҙар йәмғиәте филиалының 2-се категориялы хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Алина Үтәғоловаға бирелде.
«Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» һәм «Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә күп йыллыҡ эш стажы өсөн» номинацияларында исемдәрҙе «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Влада Карманова (Өфө ҡалаһы) һәм Коми Республикаһы буйынса (Ухта ҡалаһы) Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Валентина Белозерова (һөнәрҙә 46 йәш) алды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Уралдың хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы 100 белгесе-2023» рейтингы төҙөлдө. Шулай уҡ иҡтисад тармаҡтары буйынса номинацияларҙа хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгестәр билдәләнде.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22426/