Социаль мәсьәлә
9 Декабрь 2023, 06:00

"Әсәйем берәҙәктәрҙе йәлләргә өйрәтте"

Ҡоролтай депутаты, донъя чемпионы, спорт легендаһы Өфөлә берәҙәктәр өсөн үҙәк асырға уйлай.

"Әсәйем берәҙәктәрҙе йәлләргә өйрәтте""Әсәйем берәҙәктәрҙе йәлләргә өйрәтте"
"Әсәйем берәҙәктәрҙе йәлләргә өйрәтте"

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, донъя чемпионы, спорт легендаһы Джефф Монсон Өфөлә берәҙәктәр өсөн үҙәк асырға уйлай. Был хаҡта ул “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә Өфөләге берәҙәктәр өсөн үҙәктә булғанда әйткән.

Шулай уҡ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль ойошма эшмәкәрлеге тураһында һөйләгән. Уның белдереүенсә, үҙәктә берәҙәктәрҙең документтарын тергеҙеү һәм хеҙмәткә урынлаштырыу буйынса эш алып барыла. Документтар теркәлгәс, инвалидтарға һәм пенсия йәшендәгеләргә пенсия рәсмиләштерелә, улар йорт-интернаттарға урынлаштырыла.

Йыл һайын был ойошмаға 700-ҙән бер меңгә тиклем берәҙәк һәм ауыр тормош хәленә тарығандар мөрәжәғәт итә икән. Уларҙың 50 проценты – үҙҙәренә ҡарата суд ҡарары ҡабул ителгәндәр. Бөгөн бында 42 кеше йәшәй.

Джефф Монсон республикала берәҙәктәргә ярҙам итеү буйынса бер генә дәүләт ярҙам үҙәгенең булыуына аптырауын белдергән. Ул ойошма хеҙмәткәрҙәренә ауыр, әммә мәрхәмәтле эштәре өсөн рәхмәт әйткән.

“Әсәйем официантка булып эшләне. Ул һәр ваҡыт аҙыҡ-түлеккә һәм башы осондағы ҡыйыҡҡа мохтаж берәҙәктәргә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте. Америкала улар бик күп һәм уларға ярҙам  итеүселәр ҙә, шул иҫәптән дәүләт ойошмалары ла күп. Бөгөн, Башҡортостанда йәшәгән ваҡытта, ошондай кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был – минең ҙур хыялым. Калинин районында берәҙәктәргә ярҙамдың стационар пунктын асыуҙы планлаштырабыҙ. Тап шуның өсөн мин бында бындай ярҙамдың нисек ойошторолоуы тураһында белергә килдем”, - тигән Джефф Монсон.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас