Социаль мәсьәлә
15 Декабрь 2023, 12:30

Беренсе тапҡыр эш эҙләүселәргә түләүҙәр ҡаралған

Ошо һәм башҡалар тураһында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Беренсе тапҡыр эш эҙләүселәргә түләүҙәр ҡаралғанБеренсе тапҡыр эш эҙләүселәргә түләүҙәр ҡаралған
Беренсе тапҡыр эш эҙләүселәргә түләүҙәр ҡаралған

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте яҙыуынса, етемдәрҙең мәшғүллеге тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелгән. 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлгән, беренсе тапҡыр эш эҙләгән етем балаларға һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға түләүҙәр ҡарала. Әгәр улар эшһеҙ статусына эйә булған датанан алып алты ай эсендә эш тапһа, ҡалған ярты йылда түләүҙәр – уларҙың эш хаҡы һәм төбәктәге уртаса эш хаҡы айырмаһындағы сумманы алыу хоҡуғына эйә. Әле Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 56129,9 һум тәшкил итә.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас