Социаль мәсьәлә
23 Декабрь 2023, 12:30

“Теләктәр шыршыһы” хыялдарҙы тормошҡа ашыра

Балаларҙы шатландырып изге йола йәшәй. 

“Теләктәр шыршыһы” хыялдарҙы тормошҡа ашыра“Теләктәр шыршыһы” хыялдарҙы тормошҡа ашыра
“Теләктәр шыршыһы” хыялдарҙы тормошҡа ашыра

23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров изге йола буйынса “Теләктәр шыршыһы” тигән Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы шыршынан акцияла ҡатнашыусының теләге яҙылған яңы йыл открыткаһын  алды.Стәрлтамаҡтан ете йәшлек Алеся һәм Өфөнән Розалинда бүләк –сюрприз тураһында хыяллана.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Теләктр шыршыһы” хәйриә проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән эшләй башланы. Уның маҡсаты – етем, һаулыҡ мөмкинлеге сикле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас