

2024 йылдың ғинуарынан Өфөлә “Амулет беләҙеге” проекты башлана. Уны Мәскәүҙең Юғалған кешеләрҙе эҙләү үҙәге әҙерләгән, ә проектты тормошҡа ашырыуҙа федераль Стратегик башланғыстар агентлығы һәм “Лиза Алерт” республика ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды ярҙам күрһәтә. Ошо башланғыстың мөһимлеге тураһында аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.
– Беләҙектәр тәү сиратта когнитив боҙоуҙар йәки инсульт хәүефе һәм ҡапыл хәтерен юғалтыу күҙәтелгән өлкән йәштәгеләрҙе, шулай уҡ исемен, ата-әсәһенең йәки адресының бәйләнеш мәғлүмәттәрен атай алмаған балаларҙы асыҡлауҙа ярҙам итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Был эҙәрмәндәребеҙ линияһы буйынса бик яҡшы проект.
“Амулет” – NFC-технологиялы хужа хаҡында мәғлүмәттәрҙе үҙендә һаҡлаған силикон беләҙек. Был – исеме, фамилияһы, атаһының исеме, яҡын туғандарының телефоны, кәрәк булғанда – һаулыҡ үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт. Смартфон ярҙамында битараф булмаған үтеп барыусылар, ирекмәндәр йәки оператив хеҙмәттәр мәғлүмәтте беләҙектән уҡып, юғалған кешенең туғандары менән бәйләнешкә инә ала.
Проект сиктәрендә бушлай 4 000 беләҙек таратыу планлаштырыла. Уны алыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8-800-700-29-45 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошондай беләҙек алыусылар категорияларын һәм яҡынса исемлеген билдәләргә, шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында ведомство-ара үҙ-ара эш итеүҙе ойошторорға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.