

Ғаиләлә игеҙәк сабыйҙар тыуыуы икеләтә шатлыҡ һәм бәхет. Бишбүләк районының Йылболаҡ-Матвеевка ауылында йәшәгән Оксана һәм Марсель Йосоповтарҙың ғаиләһендә икенсе тапҡыр игеҙәк малайҙар донъяға килде. Исемдәре лә бар – Захар һәм Марк. Улар - оло һәм татыу ғаиләлә алтынсы һәм етенсе бала.
Йосоповтарҙың алты йәшлек улдары Радик һәм Владислав та – игеҙәктәр. Сабыйҙарҙың донъяға килеүе һәр саҡ һөйөнөслө ваҡиға, ә Оксана һәм Марсель өсөн был икеләтә шатлыҡлы.
Бишбүләк районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәне ҡотлап, сабыйҙарға һаулыҡ һәм ғаиләгә именлек, мул тормош теләне.
Ете бала ата-әсәгә терәк булып, һөйөндөрөп йәшәһен!
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Фото:https://dvoye-detey.ru/