

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты.
Парламент спикеры Яңы йыл шыршыһынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған открыткаларҙы алып, теләктәр менән танышты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенә балалар ҡурсаҡ йорто, велосипед тренажеры, колонка һәм планшет тураһында хыялланған балаларҙың теләктәрен үтәйәсәк.
– Депутаттарҙың балалар теләктәрен үтәүҙә ҡатнашыуы яҡшы йолаға әүерелде. Яңы йыл һәр кемгә үҙенең мөғжизәһен бүләк итергә тейеш. Бөгөн барыбыҙҙың да балаларға шатлыҡ бүләк итеү, уларға яҡшылыҡ эшләү һәм был изгелектең үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Сөнки бала саҡ теләктәрен үтәй алған һайын, яңы йыл алдынан өйҙәребеҙгә яҡшылыҡ ҡайтасаҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Константин Толкачев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның маҡсаты - етем, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Һәр кем “Теләктәр шыршыһы” порталында (Ёлкажеланий.рф) теркәлә һәм акцияла ҡатнашыусыларға Яңы йыл бүләге эшләй ала.
Фото: gsrb.ru.