Социаль мәсьәлә
16 Ғинуар 2024, 18:10

Улар ауыл тормошон һайлаған

Ғаилә башлығына көнләшмәҫлек түгел, әйтерһең дә, аллы-гөллө сәскәләр араһында йәшәй: һөйгән ҡатыны янында бына тигән дүрт ҡыҙы буй еткерә...

Улар ауыл тормошон һайлағанУлар ауыл тормошон һайлаған
Улар ауыл тормошон һайлаған

Йыш ҡына район ауылдарында булғанда йәштәрҙең тормош гөрләп торған, йәшәү өсөн мөмкинлектәр күберәк тойолған ҙур ҡалаларға юлланыуын ишетергә һәм күрергә тура килә. Әммә бәхетен тыуған яғында тапҡан, унда йылы тыныс оя ҡорған һәм унан бер ҡайҙа ла китергә уйламаған йәштәр ҙә етерлек. Бына шуларҙың береһе – Иткенәй ауылында донъя ҡорған, шау-гөр килеп торған ҡала тормошонан һиллек хакимлыҡ иткән ауылды өҫтөн күргән Луиза һәм Эльмир Шакировтар ғаиләһе.

Уларҙың ғаилә ҡороуына 15 йыл инде. Ғаилә башлығына көнләшмәҫлек түгел, әйтерһең дә, аллы-гөллө сәскәләр араһында йәшәй: һөйгән ҡатыны янында бына тигән дүрт ҡыҙы буй еткерә. “Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы яҡынлашыу алдынан ғына ҡыйынлыҡ кисерәм, бүләк һайлау минең өсөн ауыр эш, – тип йылмая ғаилә башлығы. – Уның ҡарауы, Ватанды яҡлаусылар көнөндә рәхәт!”

Өлкән ҡыҙҙары Вилиә һәм Әлиә ике йыл айырмаһы менән бер үк көндә донъяға килгән. Икеһе лә Яңауыл лицейының филиалы – Иткенәй мәктәбендә белем ала. Бөгөн балалар баҡсаһына йөрөгән Элина киләһе йыл апайҙарына ҡушыласаҡ. Кескәй Әминәгә ни бары өс кенә ай, бәләкәй генә булһа ла үҙен ата-әсәһенең, апайҙарының, олатай-өләсәйҙәренең ниндәй ҙур һөйөү һәм йылылыҡ менән солғап алыуҙарын ул да аңлай төҫлө.

Күп балалы ғаилә үҙҙәре һалып ингән ике ҡатлы ҙур йортта йәшәй. “Атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итмәһә, йортобоҙға тиҙ генә күсенә алмаған булыр инек, ҙур рәхмәт уларға, – ти Луиза.– Эльмирға ла һүҙ юҡ, ҡулынан бар эш килә, бик хәстәрлекле, егәрле ир һәм атай ул”.

Ғаилә башлығы бәләкәйҙән тыуған яғына мөкиббән китеп, ауыл тормошоноң нескәлектәрен өйрәнеп, белеп үҫкән егет. Атаһы, фермер Фирҙәүес Таһир улы менән бергәләп Иткенәй баҫыуҙарын аҙ һөрмәгән, тәрбиәләмәгән улар. Шуға күрә Эльмир тормошта бары хеҙмәт, тырышлыҡ менән генә уңышҡа өлгәшеп буласағын иртә төшөнә. Әле лә ул атаһының “уң ҡулы”, һәр эштә ярҙамсы. Үҙе янғын һүндереү поезы эшендә график буйынса эшләгәс, йорт эштәрен башҡарырға ла өлгөрә. Ғаилә башлығы ышаныслы тылы булыуы менән һөйөнөп бөтә алмай. “Балаларыбыҙ – тормошобоҙ мәғәнәһе, улар күңелде күтәрә, шулай уҡ ҙур терәк тә. Өлкән ҡыҙҙарыбыҙ – төп ярҙамсыларыбыҙ. Хәҙер Элина ла апай булды, уның да мәшәҡәттәре артты, – ти ирле-ҡатынлы Шакировтар. – Ҡыҙҙарыбыҙ яҡшы уҡый, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, яҡшы кеше булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ”.

Луизаның әйтеүенсә, кейәүгә сыҡҡас, тәүҙә уны ҡала ныҡ ымһындырып, үҙенә тартып торған. Ауылда ла уңайлы шарттарҙа бәхетле йәшәп, балалар үҫтереп булыуын аңлағас, был уйынан кире ҡайта. “Ысынлап та, беҙҙә бөтә уңайлы шарттар бар, цивилизацияның бөтә мөмкинлектәренән файҙаланабыҙ, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто эшләй, шатланып йәшә генә”,– ти әсә.

Ҡәйнәһе Диләрә Мөҙәрис ҡыҙының кескәй ейәнсәрен тәрбиәләшергә йыш ҡына килеп тороуын да белдек. Ул киленен маҡтап ҡына телгә алды: “Тап ошондай уңған киленде беҙгә ебәреүен Хоҙай Тәғәләнән һорағайным, теләгем ҡабул булды. Бына тигән хужабикә ул Луиза, эшлекле, хәстәрлекле әсә, күңеле ифрат һәйбәт”, – тине ҡәйнәһе.

Луиза һәм Эльмир Шакировтар кеүек уңған ғаиләләр үҙҙәренең миҫалында ауыл ерендә лә бына тигән итеп йәшәргә, бәхетле, мул тормош ҡорорға, балалар үҫтерергә мөмкин булыуын иҫбатлап, күптәргә өлгө булып йәшәй.

Лидия Ғарипова.

 Рөстәм Сангов фотолары. https://yanzori.com/news/novosti/2024-01-05/elmir-i-luiza-shakirovy-schastlivye-roditeli-chetveryh-dochek-3592630?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=26308935

Яңауыл районы.

Улар ауыл тормошон һайлаған
Улар ауыл тормошон һайлаған
Улар ауыл тормошон һайлаған
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас