Благовар районының Ҡашҡалаша ауылында йәшәгән Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы Ҡаһарманова ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын билдәләне, тип хәбәр итә “Благоварские вести”.
Хеҙмәт ветераны оҙаҡ йылдар колхозда төрлө эштәрҙә эшләй, өс балаһын да һәйбәт итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. ”Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы ҙур һәм ауыр тормош юлы үткән. Үкенесле түгел, уға был йылдарҙы намыҫ менән, лайыҡлы үтергә яҙҙы.
Һеҙҙе 95 йәшлек юбилейығыҙ менән бөтә күңелдән ҡотлайым һәм оҙайлы ғүмер теләйем”,– тип тәбрикләгән хеҙмәт ветеранын район хакимиәте башлығы Марат Йосопов.
Фото: https://vk.com/blagovar02