2010 йылда тыуған Азамат өлкәндәр менән аралашырға һәм уларға ярҙам итергә ярата. Үҙе хәстәрлекле һәм эшһөйәр. Бигерәк тә хәрәкәт талап ителгән уйындарҙы үҙ итә. Һүрәт төшөрөү, шашка уйнау кеүек өҫтәмә түңәрәктәргә йөрөй.
2015 йылғы Лиана аралашырға ярата, балалар менән дуҫ, өлкәндәргә хәстәрлекле ҡарашта. Буш ваҡытында ҡурсаҡтар менән уйнарға әүәҫ. Шашка ярата. Ҡыҙ шкафындағы барлыҡ әйберҙәрҙе тәртиптә тоторға күнеккән, дәфтәрҙәренә лә бик матур яҙырға ярата. Аш-һыу бешереүгә оҫта.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡыҙ менән малайҙың туғандарын эҙләгәндәр, тик таба алмағандар. “Әммә һеҙҙең йәки таныштарығыҙ араһында балаларға күңел йылылығы, изгелек һәм һөйөү уятырға теләүселәр бар, тип ышанабыҙ. Был балалар һөйөүгә, ярҙамға һәм хәстәрлеккә мохтаж,” – тип белдерә министрлыҡ белгестәре.
Йәшәү урыны буйынса бер нисә бәлиғ булмаған балаға опекун булыу тураһында бирелгән һығымтаға эйә булғандар 8(347)6252696 телефоны буйынса шылтырата ала.
Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы (https://vk.com/mintrudrb?z=photo-44065111_457251956%2Fwall-44065111_34069)