Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында йәшәгән хеҙмәт ветерандары Рәмзиә һәм Нуретдин Ғәлиевтәрҙең мөһабәт иркен йорто әллә ҡайҙан күҙгә бәрелә. Заманында оҫта ҡуллы хужаның барыһын уйлап, тәфсирләп, үлсәп төҙөүен шәйләмәй булмай. Туғыҙынсы тиҫтәнең өҫтөнә баҫҡан ветерандар һәүетемсә генә донъя көтә. Тик бындай олпат йәштә лә күңелдәре тыныс түгел шул, ике улы ла махсус хәрби операцияға юлланған ғаилә нисек борсолмай, уйланмай төн йоҡоһон үткәрә алһын?
Йорт хужаһы бер ни тиклем ауыртынып-һыҙланып торғас, күберәк йор һүҙле, үткер телле Рәмзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙы менән әңгәмәләшергә тура килде. “Ғүмерем буйы райондың Ленин исемендәге колхозында һыйыр һауҙым. Ҡырҡ йыл ферманан ҡайтманым. Шул осорҙа бер-бер артлы донъяға килгән биш баланы тәрбиәләп үҫтерҙек. Рәйлә ҡыҙыбыҙ пенсияла инде, Стәрлетамаҡ районында йәшәй. Төпсөк улыбыҙ Илшат ғаиләһе менән беҙҙән өс өй аша ғына йортта тора, киленебеҙ Ирина менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Илшат атаһына оҡшап балта оҫтаһы инде, колхозда эшләй. Заманында улым Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡайны, уның иҫән-һау ҡайтыуын көтөп алдыҡ.
Ә бына Илдус менән Фәнис улдарыбыҙ икеһе лә үҙ теләктәре менән махсус хәрби операция зонаһына бармаҡсы булды. Илдусы: ”Әсәй, беҙ бармағас, унда тағы кем бара?” – тигән була. Бик тынғыһыҙ, тиктормаҫ, үҙ һүҙле инде уныһы. Һуғыштан ялға ҡайтып инеүе булды, бер-ике көн өйҙә ҡунды ла туған-ырыуҙы, таныштарын күрергә тип сығып та китте. “Ай күрҙе, ҡояш алды”, тип һағынып ултырырбыҙ әле үҙен, йәнә алғы һыҙыҡҡа киткәс. Юҡҡа ғына беҙҙең Ғәлиевтәр нәҫеленә “турғай” ҡушаматын таҡмағандарҙыр, күрәһең, осоп ҡына йөрөйбөҙ!" – тип һүҙҙе шаяртыуға бора Рәмзиә апай.
Илдус Ғәлиевтең алғы һыҙыҡта разведка ротаһында хеҙмәт итеүен белдек. Махсус хәрби операция зонаһында 2022 йылдың май айынан хеҙмәт итә. Доброволец булып Шайморатов дивизияһы менән китә. Әйтеүҙәренсә, әле ул танк дивизияһында. Хәрби наградалары бар.
– Етмәһә, Илдус улым Фәнисте лә яуға барырға өндәгән, тегенеһе лә кәңәшләшеп торманы, үҙ ирке менән ут эсенә юлланды. Ул водитель булып, ҙур машиналарҙа алғы һыҙыҡҡа төрлө йөктәр, аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-ярағы ташый. Әлфиә килен менән бына тигән итеп йәшәп ята ине, ике улы ла өйләнгән. Эстән улдарым менән ғорурланһам да, һөйләшкәндә һиҙҙермәйем, тыңламағандары өсөн әрләгән булам. Эй балалар, барыһы ла бер йөрәк аша үтә бит, аңларһығыҙ әле, тим.
Бабайығыҙ ауырып торһа ла, бирешмәй генә йәшәп ятабыҙ әле. Ярҙам итәләрме, тиһегеҙме? Һорағанды ла көтөп тормайҙар, ауылдаштар “һә” тигәнсе килеп етә. “Табын” гәзитенә маҡтап та яҙҙым әле үҙҙәрен. Ауылдағы Илшат улымдың ғаиләһе һәр көн килеп хәлде белешеп тора, ә бишенсе класта уҡыған ейәнебеҙ Никита төп йомошсобоҙ, магазиндан беҙ ҡушҡан аҙыҡ-түлекте йәһәт кенә килтереп тора.
Ә көҙгө көндәрҙең береһендә тәҙрәләрҙе йыуырға әҙерләнеп йөрөгәнемдә йортҡа ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре килеп инде лә уларҙы көҙгө кеүек таҙартып, йыуып китте. Әсәйҙәр көнөндә лә ҡәҙерле ҡунаҡ булып түрҙә ултырҙым, сәй эсереп, тәм-том менән һыйлап, хөрмәт-ҡәҙер күрһәтеп ҡайтарҙылар. Мәктәп балаларына ла рәхмәтем ҙур, көҙгөһөн туғыҙынсы класс уҡыусылары класс етәкселәре менән ололарға ярҙам итергә тип килгән. Һәнәк-тырма алып баҡсабыҙҙы таҙарттылар. Бик изге күңелле, эш һөйөүсән балаларға аҡ юлдар теләп ҡалдыҡ. Уҡыуҙарын тамамлап, теләгән һөнәрҙәрен алып, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын уларға.
Һуғыш яланында ҡатмарлы шарттарҙа хеҙмәт иткән балаларыбыҙ өсөн борсолоп, уй-кисерештәр менән йәшәгән осорҙа хәл-әхүәл белешеп, ярҙам итешеп, күңелде күтәреп йәшәгән ауылдаштарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Мәктәп уҡыусыларына һәм уларҙы изге күңелле итеп тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләренә, класс етәксеһе Зилә Нафиҡоваға ысын күңелдән рәхмәтлемен. Ауылыбыҙҙың байтаҡ егете бөгөн алғы һыҙыҡта. Уларҙың ата-әсәһе исеменән Красноусолда йәшәгән Николай Петрович Тюринға улдарыбыҙға шифалы тәмле бал ебәргәне, ҙур иғтибары өсөн рәхмәт әйтәм, – тип бөтә ауылдаштарын бары яҡшы яҡтан ғына телгә алды Рәмзиә Ғәлиева.
Ватандың ышаныслы ҡалҡаны булырлыҡ ил һаҡсылары үҫтергән ветерандарҙың өмөттәре аҡланыуын, улдарының киләсәктә лә таяныс булыуын, уларҙың еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Ғафури районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.