10 февралдән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Йәмәғәт тормошо үҙәге”нең төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә V “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән был награданы 2020 йылдан тапшыралар. Уға балалар тәрбиәләгән ир-егеттәр дәғүә итә ала. Унда тыуған ҡалаһының йәки районының, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмғиәттә әхлаҡ тураһында хәстәрлек күргән, традицион ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүсе, сәләмәт тормош алып барған, үҙенең муниципалитетының һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар көсөн һынай ала. Улар Башҡортостанда биш йылдан ашыу даими йәшәгән һәм Рәсәй граждандары булырға тейеш. Тағы ҙур шәхси ҡаҙаныштары булған һәм балалары тормоштоң төрлө өлкәләрендә уңышға өлгәшкән – Башҡортостан хаҡына ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ ҡылған һәм башҡа атайҙар өҫтөнлөк аласаҡ.
Конкурс положениеһында ҡаралған документтар пакетын әҙерләргә һәм уны Башҡортостн Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына 2024 йылдың 1 июненә тиклем ебәрергә кәрәк.
Фото: “Башинформ”.