12 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылының саралар планын тикшерҙеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың декабрендә республика етәксеһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә 2024 йылда Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын уҙғарыу тураһында иғлан иткәйне.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова раҫланған план 153 пункттан тора тип хәбәр итте. Һүҙ һаулыҡ һаҡлау, реабилитация һәм абилитация, белем биреү һәм эшкә урынлашыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижади үҫеше, халыҡтың ошо категорияларына ярҙам системаһын норматив-хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеүҙе камиллаштырыу, шулай уҡ улар өсөн уңайлы мөхит булдырыу, мәғлүмәти-ағартыу саралары, бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендә форумдар һәм ярыштар уҙғарыу, инклюзив спортты үҫтереү хаҡында бара.
Эре проекттар иҫәбендә – 2024 йылда “Салют” республика реабилитация һәм белем биреү үҙәген, Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәген, “Йондоҙ” белем биреү үҙәген, Өфөлә “Именлек” геронтология үҙәгенең яңы корпусын һәм Әлшәй районында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн “Ҡарлуғас” дәүләткә ҡарамаған пансионатын асыу.
– 2024 йылдың мартында өлкән йәштәге инвалидтарҙың айырым категорияларын реабилитациялауға сертификаттар тапшыра башлайбыҙ, – тип билдәләне Ленара Иванова. – Шулай уҡ ағымдағы йылдың яҙында Өфөлә “Социаль такси” проектын һәм “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты сиктәрендә инклюзив экскурсия автобус турҙарын ебәреүҙе планлаштырабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Уның составына республика власть органдары, республика медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы һәм Башҡортостан буйынса Социаль фонд вәкилдәре, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары инде.
– Уларҙың бурысы – закондар сығарыу базаһына анализ яһау һәм норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү өсөн рекомендациялар биреү, – тине Ленара Иванова. – Эш төркөмөнөң тәүге ултырышы үткәрелде лә инде.
Шулай уҡ республикала ҙур мәғлүмәт-ағартыу кампанияһы башлана. Ул йәмәғәтселек иғтибарын инвалид кешеләрҙе яҡлау һәм уларға ярҙам итеү мәсьәләләренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн тематик акциялар һәм осрашыуҙар үткәреләсәк. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телеканалында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошо һәм әүҙем эшмәкәрлеге тураһында тапшырыуҙар циклы эфирға сыға.
Айырым блок ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә бағышланған. Ойоштороусылар улар өсөн мәҙәни һәм спорт саралары, музейҙарға күсмә экскурсиялар, театрҙарға, кинотеатрҙарға һәм филармонияларға культпоходтар планлаштырған.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙ сығышында 2024 йылда Башҡортостанда III халыҡ-ара инклюзив балалар ижады уйындары, IX ишетеү һәләте буйынса инвалидтар өсөн Бөтә Рәсәй йәштәр форумы, инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса XI “Туриада - Йүрүҙән 2024” бөтә Рәсәй фестивале, “Ломая барьеры” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе уҙасағын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципаль берәмектәренә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы сиктәрендә саралар планын әҙерләргә ҡушты.
– Һәр муниципалитет бындай “юл картаһын” ҡабул итергә тейеш. Уны тормошҡа ашырыуға барлыҡ дәүләт һәм муниципаль органдар ҙа әүҙем йәлеп ителергә тейеш. Айырып әйтәм, беҙ был эшкә яҡшы этәргес бирәсәкбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шулай уҡ ҙур, көслө, матур объекттарҙы сафҡа индерәбеҙ. Уларҙы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә көтөп алды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.