Социаль мәсьәлә
15 Февраль 2024, 09:30

Иртәгә “Ярҙам поезы” киләсәк

Өфө ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, һәләк булған яугирҙәр ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн консультация көнө үткәрелә.

Иртәгә “Ярҙам поезы” киләсәкИртәгә “Ярҙам поезы” киләсәк
Иртәгә “Ярҙам поезы” киләсәк

16 февралдәге сара республикала “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы ойошторған “Ярҙам поезы” акцияһына ярашлы үткәрелә.

Егерменән ашыу республика ведомстволары белгестәре Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы майҙансығында махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле мәсьәләләр буйынса консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

Өфө ҡалаһы, Өфө районы, шулай уҡ яҡын-тирәләге райондар халҡы консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Һеҙҙе бында иртәнге 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем көтәләр.  Адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58 ( Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы).

 Фото: Башҡортостан Республикаһындағы ”Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас