Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән йәки тулыһынса түләмәгән осраҡта пеня түләүҙән азат ителә. Тағы ла уларҙы, хәрби пунктҡа киткән көнөнән алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осоронда, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт яһауға иғәнә түләүҙән бушаталар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы 06.12.2022 й. №УГ-919 буйынса “Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре, Украина биләмәләрендә үткәрелгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй Федерацияһы граждандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын, торлаҡ өсөн түләүҙе ваҡытында йәки тулыһынса түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт яһауға иғәнә түләүҙән бушатыу тәртибен раҫлау тураһында” ҡарар ҡабул итте.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтовю
Сығанаҡ: Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.