Социаль мәсьәлә
22 Февраль 2024, 10:30

Яҙмыш елдәре Төркмәнстандан Владивостокка тиклем ташлай

"Булғандың ҡәҙерен белергә кәрәк, ғүмер бик ҡыҫҡа", – ти юбилярҙар.

Яҙмыш елдәре Төркмәнстандан Владивостокка тиклем ташлайЯҙмыш елдәре Төркмәнстандан Владивостокка тиклем ташлай
Яҙмыш елдәре Төркмәнстандан Владивостокка тиклем ташлай

Бүздәк районының Ҡыҫҡайылға ауылында йәшәгән Венера һәм Мансур Батыргәревтәрҙең бергә ғаилә ҡороуына 60 йыл тулды. Тормош юбилярҙарын ҡотларға Уртакүл ауыл биләмәһе башлығы Рәдиф Ҡоҙаяров килде. Ул Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресын һәм бүләген, район хакимиәте башлығының ҡотлау хатын тапшырҙы, тип яҙа “Буздякские новости”.

Батыргәрәевтәр ғаиләһе хеҙмәт һөйөүсәнлеге, ярҙамсыллығы, балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Был иҫтәлекле көндә  балалары һәм ейәндәре, гөлләмәләр  һәм бүләктәр тотоп, өлкәндәрҙең шатлығын уртаҡлашырға килде.

Мансур Әхмәтгәрәй улы Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып үҫә, үҙаллылыҡ һәм яуаплылыҡ унда көслө була. Етенсе класты тамамлағас, колхозда эшләй башлай, аҙаҡ водителлеккә уҡый.

Шишмә районының Сәфәр ауылында буласаҡ тормош иптәше Венера Ахун ҡыҙы менән таныша. Ул саҡта ҡыҙ Аксенов техникумында зоотехник һөнәренә уҡып йөрөгән була.

Туйҙан һуң йәштәр Кәпәй-Ҡобауҙа йәшәй башлай, күп тә үтмәй, Владивостокка эшкә китергә булалар. Дүрт йылдан һуң йәнә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайталар, тик оҙаҡҡа түгел, тынғыһыҙ йәштәр Төркмәнстанға китергә ҡарар итә. Алты йыл үткәс, Батыргәрәевтәр Бүздәк районының Ҡыҫҡайылға ауылында төпләнә, биләмә һатып алып, йорт һала. Пенсияға сыҡҡансы Венера Ахун ҡыҙы малсылыҡта эшләй, ә ғаилә башлығы водитель һөнәрен ташламай.

– Бөтә тормошобоҙ хеҙмәттә үтте. Эштән ҡурҡманыҡ.Тырышлыҡ менән генә теләккә ирешеп була, – ти гәүһәр юбилярҙар.

Уларҙың таянысы, ғорурлығы – ҡыҙҙары Әлиә һәм улдары Алик менән Илдар, ейәндәре һәм бүләләре. Был ныҡлы, татыу ғаиләнең нигеҙендә хөрмәт, аңлаша белеү һәм һөйөү ята. Улар һаман да элеккесә бер-береһенә терәк, кәңәшсе һәм иң ҡәҙерле кеше.

–Һәр ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай, бары бер-береңә ҡарата хөрмәт, сабырлыҡ һәм аҡыл оҙаҡ йылдар татыулыҡты һаҡларға ярҙам итә. Булғандың ҡәҙерен белергә кәрәк, ғүмер бит бик ҡыҫҡа, – ти юбилярҙар.

Фото:https://buzdyaknews.ru/articles/zhizn-rayona/2024-02-19/brilliantovye-yubilyary-semeynoy-zhizni-3650290?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=175536108

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас