Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында шатлығы менән уртаҡлашҡан.
”Беҙҙең ҙур медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә шатлыҡ – республика кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре Гөлнур һәм Марселдең Сафия исемле ҡыҙҙары донъяға килде. Был сабый – йәш ғаиләлә өсөнсө бала. Әлеге ваҡытта уның атаһы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, хәрби-ялан госпиталендә операциялар яһай. Бөгөн ул ҡыҙын перинаталь үҙәктән килеп ала алманы. Шуға күрә мин уны алыштырҙым. Сабыйҙы ҡаршыланыҡ, әсәне ҡотлап, ғаиләгә һаулыҡ теләнек”, – тип хәбәр итә министр.
Ғаиләгә бәхет, именлек теләйбеҙ!
Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.