Социаль мәсьәлә
1 Март 2024, 07:00

Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды

Саҡмағош районында ике ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар бирелде

Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуандыКүп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды
Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды

2024 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ошо айҡанлы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса саралар күреү тағы ла әүҙемләште. Яңыраҡ Саҡмағош районында тағы ла ике ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар бирелеүе ошо хаҡта һөйләй.

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев хәбәр итеүенсә, Нафиҡовтар һәм Ситдиҡовтар ғаиләләрендә шатлыҡлы һәм күптән көтөлгән ваҡиға булған – уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырылған.

“Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды, сөнки уңайлы йорт – бәхетле ғаилә тормошоноң мөһим өлөшө. Граждандарҙы арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән социаль түләүҙе улар торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, ипотеканы ҡаплауға йүнәлтә ала.

Сертификат алыусыларға ғаилә именлеге, йорт йылыһы һәм тыныс күк теләйем. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт бәхет, үҙ-ара татыулыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ итһен!” – тип уртаҡлашты Реканс Йәмәлиев.  

Фото: vk.com/yamaleev_rf

#ГодСемьи
#ЖилищныйСертификат

Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды
Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды
Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды
Күп балалы йәш әсәйҙәр ныҡ ҡыуанды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас