Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләнеләр. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов әйтеүенсә, беҙҙә 225 мең һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һайлаусы йәшәй. Әле уларҙың 4,5 меңе үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән дә.
– Беҙҙә һайлау участкаларының 89 проценты беренсе ҡатта урынлашҡан, 75 процентында пандустар бар. Күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн биш махсус участка эшләй, улар Өфөлә, Белоретта һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан. Кешеләр әүҙем тауыш бирә, – тине ул.
Шулай уҡ брифингта Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте Дөйөм Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Нурия Сәлихова ҡатнашты. Ул һаңғырау кешеләрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләне. Бындай кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәренең тәржемәселәре менән бергә килә икән. Шулай уҡ улар күмәкләп берләшеп йөрөргә яраталар. Һәр ваҡыттағыса ҙур әүҙемлек күрһәтәләр, бурыстарын үтәү өсөн тырышалар.
Автор фотоһы.