Бөтә яңылыҡтар

Республикаға ниндәй социаль проекттар кәрәк?

Конкурстың бюджеты 155,3 миллион һум тәшкил итә.

Республикаға ниндәй социаль проекттар кәрәк?
Республикаға ниндәй социаль проекттар кәрәк?

Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм 2024 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының беренсе конкурсында республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өс миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Конкурстың бюджеты 155,3 миллион һум тәшкил итә – быйыл Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ойошторған конкурстар араһында иң ҙуры.

Проект социаль проблеманы мотлаҡ хәл итергә һәм маҡсатлы аудиторияға ярҙам итергә тейеш. Конкурстар үткәреү йылдарында иң популяр йүнәлештәр булып “Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау” тора.

Мәҫәлән, үткән конкурста “Абилитация институты” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Фән, мәғариф һәм белем биреү” йүнәлешендә грант алды. “Уңыш маршруты” проектында Республика балалар клиник дауаханаһында оҙайлы стационар дауаланған балалар ҡатнашты. Унда Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең профессиональ педагогтары файҙалы дәрестәр үткәрҙе. Һәр бала күңеленә оҡшаған йүнәлеште һайлай алды – робототехника, менталь арифметика, мультипликация, 3D-модель яһау, блогерҙар мәктәбе, шахматтар, шашка, тиҙ уҡыу, һынлы сәнғәт. Үҫмерҙәр өсөн һөнәри йүнәлеш биреүсе осрашыуҙар ҙа ҡаралған, ә был ваҡытта балаларҙың ата-әсәләре өсөн психолог менән консультациялар һәм йога буйынса дәрестәр ойошторолған. Был уларға физик көсөн тергеҙергә һәм хис-тойғоларҙы тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән.

Республика өсөн өҫтөнлөклө проекттар хаҡында Башҡортостан Башлығы гранттары фондының конкурс комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина һөйләне: “Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте, ә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә 2024 йылды Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итте. Шуға күрә үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә, инвалидтарға ярҙам итеүгә, уларҙың мәшғүллеген, һөнәри белем алыуҙы ойоштороуға, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социализация системалары булдырыуға иғтибар бүлеү мөһим. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү социаль проекттарҙың мөһим йүнәлеше булып ҡала”.

Конкурсҡа ғаризалар 2024 йылдың 1 апреленә киске сәғәт 5-кә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурстың рәсми сайтында заявка тултырырға тейеш: https://грантыглавы102.рф. Ошо уҡ сайтта конкурстың шарттары һәм талаптары менән танышырға була. Ә фондтың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ғаризаны тапшырыу һәм әҙерләү өсөн “Өйрәтеүсе видео” һәм методик материалдар баҫылған.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: