Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында үткән аҙнала “ағалы-һеңлеле туғандар өсөн атай-әсәй эҙләйбеҙ” тигән иғлан күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткәндер.
“2014 йылғы Илья - бик күңелсәк, аралашыусан малай. Мауыҡтырғыс һәм хәрәкәтсән уйындар, балалар өсөн тапшырыуҙар һәм йәнһүрәттәр ярата. Алты - йәшлек Виталина ла илгәҙәк, әүҙем бала. Музыкаль һәм күңел асҡыс уйындарҙы һәм занятиеларҙы үҙ итә, һүрәт төшөрөргә, пластилин әүәләргә ярата. Балаларға атай-әсәй бик кәрәк!”–тиелә унда.
Өс көндән һуң беҙ ишеткән яңылыҡ донъяла мөғжизәләрҙең булыуына ышанырға мәжбүр итте: балаларҙы үҙҙәренең ғаиләһенә Юлия һәм Константин тигән изге күңелле, кескәйҙәр яҙмышына битараф булмаған ирле-ҡатынлы икәүҙең алыуы билдәле булды. Балалар ғаиләлә инде, улар араһында ышаныслы мөнәсәбәттәр ҙә урынлашҡан.
Атай-әсәй булған ерҙә ғаилә йылыһы, сикһеҙ хәстәрлек һәм һөйөү. Һәр сабыйҙың аталы-әсәле булыуын теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/mintrudrb