Бөтә яңылыҡтар

Мохтажлыҡ кисергәндәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәләр

Проект операторы булып  “Аҙык-түлек” ойошмаһы сығыш яһай.

Мохтажлыҡ кисергәндәргә  аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәләр
Мохтажлыҡ кисергәндәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәләр

Фудшеринг – аҙыҡ-түлекте һөҙөмтәле бүлеү.

27 мартта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы (Мәскәү Патриархаты)” дини ойошмаһы һәм “Аҙыҡ-түлек продукттары” берлектәге предприятиеһы автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүҙең төп маҡсаты – “Русь” аҙыҡ банкы” проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә мохтажлыҡ кисергән граждандарға иң кәрәкле аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтеү.

Каринэ Хәбирова башланғысты хуплап, проектты республикала тормошҡа ашырыуҙы үҙенең шәхси кураторлығына алды.

Өс яҡлы килешеү Башҡортостан Республикаһында социаль ярҙамға мохтаж граждандарға адреслы ярҙамдың тулы циклын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Проект операторы булып проект етәксеһе Юлиә Илдар ҡыҙы Хәлилова етәкселегендәге “Аҙык-түлек” ойошмаһы сығыш яһай. Проекттың штабын урынлаштырыу өсөн бинаны “Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы (Мәскәү Патриархаты)” бирә.

Килешеүгә ҡул ҡуйғанда Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон мохтаждарға аҙыҡ-түлек ярҙамын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, бинаны бушлай биреүҙән тыш, проектҡа “Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы (Мәскәү Патриархаты)” ирекмәндәре йәлеп ителәсәк, тип өҫтәне.

Башҡортостандың Ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы проектҡа республикала консультация һәм методик ярҙам күрһәтергә әҙер. Шулай уҡ Башҡортостандың бөтә ҡалаларында “Ғаилә” республика ресурс үҙәктәре проект штабының терәк пункттары буласаҡ.

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Мохтажлыҡ кисергәндәргә  аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәләр
Мохтажлыҡ кисергәндәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәләр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: