Бөтә яңылыҡтар

Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде

Андрей Назаров бөгөн Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Ирек Фәйзуллин менән осрашты. 

Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде
Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде

Осрашыуҙа Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Уҙған йылда республикала 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге торлаҡ фондын күсереү программаһы тамамланған. 2019 йылдан яңы йорттарға 8,84 мең кеше күсеп килгән, 111,54 мең квадрат метр майҙан күсерелгән. 2024-2030 йылдарға адреслы программа әҙерләнгән. Финанслауҙың фаразланған күләме – яҡынса 23 миллиард һум.

Осрашыу барышында тағы ла 2024 йылда сафҡа индереләсәк инфраструктура һәм торлаҡ объекттарын төҙөү ваҡыты, шул иҫәптән 5,8 саҡрым оҙонлоҡтағы Өфөнө урап үтеү юлы төҙөлөшө тикшерелде. Төп юлда хәрәкәт алты һыҙатлы буласаҡ тип күҙаллана.

 – Беҙҙең республика – майҙаны буйынса Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң ҙур субъекттарҙың береһе. Күп тапҡыр әйткәнемсә, төп бурыс – Башҡортостан йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк булһын өсөн барыһын да эшләү. Республика халҡын уңайлы, хәүефһеҙ торлаҡ һәм үҫешкән инфраструктура менән тәьмин итеү быға өлгәшеүҙең төп шарттарының береһе булып тора. Эйе, эш күп, әммә уның һөҙөмтәләренә ирешеп кенә беҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшә аласаҡбыҙ, – тип фекерен уртаҡлашты Андрей Назаров.

Ул федераль Төҙөлөш министрлығының 2023 йыл буйынса республикала торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа биргәнен билдәләп үтте.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Сығанаҡ:  https://vk.com/wall555400080_11008

Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде
Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде
Торлаҡ төҙөлөшөнә юғары баһа бирелде
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: