Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Апрель , 10:00

Әсәй булырға ярҙам итәләр

Табипҡа тиҙерәк күренегеҙ, ҡиммәтле ваҡытты юғалтмағыҙ...

Әсәй булырға ярҙам итәләр
Әсәй булырға ярҙам итәләр

Йөрәгеңдән сыҡҡан бар наҙыңды балаларыңа бүлеү, уларҙың сәләмәтлеге, ғүмере, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү, бәхетле тормошонона шаһит булыу – тормошобоҙҙағы иң бәхетле мәлдәр. Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан һәм гүзәл зат вәкилдәренә донъялағы иң яуаплы, иң мөҡәддәс бурысты – бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙ иңендә бихисап мәшәҡәттәр өйөлһә лә, улар иң тәү сиратта – әсәй һәм ғаилә усағын һаҡлаусы.

Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән яфалана. Бынан 40 йылдан ашыу элек ошо проблеманы хәл иткән ысул уйлап табылды. Ярҙамсы репродуктив технология – экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын бынан ун йыл йыл элек Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереп, түлһеҙ парҙарға бала бәхетен татырға ярҙам иттеләр.

Әгәр ғаилә парҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булып, бер йыл дауамында ҡатын ауырға ҡалмаһа, был ғаилә түлһеҙ тип иҫәпләнә. 35 йәште уҙған парҙар медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала. Түлһеҙлектең сәбәптәре күп, шулай ҙа иң йыш таралғаны  әсә булыуҙы кисектереү, тип иҫәпләй табиптар. Әйткәндәй, ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел. Уға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала, тик уларға донор спермаһы хаҡын түләргә тура киләсәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ЭКО һәм эмбриондарҙы криокүсереү процедураһын 2423 ҡатын көтә. 400 пациентҡа Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса процедураны атҡарыуға квота бирелгән.

Башҡортостанда йәшәүселәргә ЭКО сират буйынса яһала. Сират республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссияһы тарафынан ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланыу өсөн сикләүҙәрҙе һәм ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә.

Документтар Республика медицина-генетика үҙәгендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41, 2-се ҡат. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе – йома, сәғәт 9.00-ҙан 15.00 сәғәткә тиклем. Комиссия секретары менән бәйләнеш телефоны: 7 (347) 246-83-97.

Кемдәр бушлай файҙалана ала?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ЭКО хеҙмәтен республикала йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.

Шулай итеп, экстракорпораль аталандырыу –  түлһеҙлекте дауалауҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Уның менән Рәсәйҙәге һәр ғаилә файҙалана ала. Ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән урын буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда “түлһеҙлек” диагнозын раҫлау өсөн тикшереү үтергә кәрәк. Әгәр ЭКО-ға ғаилә әҙерләнһә, ҡатын да, ир ҙә тикшерелә. 6 – 12 ай дауамында консерватив дауаланыуҙың һөҙөмтәһе булмаған осраҡта ошо процедураға йүнәлтмә бирелә.

Был процедураны кемгә эшләргә ярамай?

Экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын һаулыҡ торошо һәм овариаль резерв буйынса сикләүҙәр булған ҡатын-ҡыҙҙарға эшләргә ярамай. Антимюллер гормоны (АМГ) – кәмендә 1,2 нг/мл, ике түллектә фолликулдар кәмендә бишәү булырға тейеш.
АМГ йәшкә ҡарап кәмей һәм йомортҡалыҡтың фолликуляр резервын күрһәтә: әгәр ул үтә түбән булһа, ЭКО программаһы, ҡағиҙә булараҡ, һөҙөмтә бирмәй. Йөклөлөккә йәки овариаль стимуляцияға ҡаршылыҡтар булған пациенттар, дауаланып, ҡаршылыҡтар бөтөрөлгәндән һуң ғына ЭКО-ға йүнәлтмә алырға мөмкин.

Ваҡытты һуҙмағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, 35 йәштән һуң әсәй булыу мөмкинлеге кәмей, ә 40 йәштән һуң бигерәк тә. Шуға күрә заман медицинаһы мөмкинлектәрен файҙаланып өлгөрөгөҙ. Барлыҡ ғаиләләрҙә лә балаларҙың бәхетле тауышына күмелһен, һәр кемгә лә әсәй, атай булыу бәхете яҙһын.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Ләйсән, тәрбиәсе, Өфө ҡалаһы:

- Ирем менән күптән законлы никахтабыҙ, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балабыҙ юҡ. Әсә булырға теләгән ҡатындар өсөн экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымы барлығы, уның шарттары тураһында бик яҡшы хәбәрҙармын. Ирем менән дә был хаҡта йыш ҡына һөйләшкәнебеҙ бар. Ул үҙе, медицина хеҙмәткәре булараҡ, был алым тураһында бик яҡшы белә, әлбиттә. Түләүле процедураға барыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аныҡ ҡына яуап бирмәй. Үҙем дә уның менән ҡәтғи һөйләшергә ҡыймайым. Һөҙөмтәлә ЭКО мәсьәләһе иртәгеге көнгә ҡалғандан-ҡала. Ә миңә быйыл 40 йәш тула...

Зәйнәп,  Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

 – Ирем менән өйләнешеп ике йыл йәшәгәс, табипҡа күренергә булдыҡ. Тормош иптәшемдең сирләүен асыҡланылар һәм, ваҡытты һуҙмай,  ЭКО эшләргә кәрәклеге тураһында аңлаттылар. Әлбиттә, башта борсолдоҡ, дауахана тупһаһын да күп кенә тапарға тура килде. Әммә ирем менән икүләп барлыҡ һынауҙарҙы еңә алдыҡ һәм хәҙер ғаиләбеҙҙә бына тигән ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Беҙ ҙә, өләсәйҙәр ҙә, олатайҙар ҙа һәм башҡалар – барыһы ла – ошо бәләкәсебеҙ эргәһендә өйрөлә. Ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын, башҡа ғаиләләргә лә әсәй-атай булырға яҙһын.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: