Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Апрель , 14:00

Ағайға уҡыусылары бүләк эшләгән

"Һеҙ мине донъя менән яңынан бәйләнегеҙ", - тип һөйөнә уҡытыусы.

Ағайға уҡыусылары бүләк эшләгән
Ағайға уҡыусылары бүләк эшләгән

Көндәшле мәктәбен 1995 йылда тамамлаған уҡыусылары, заманса кеҫә телефоны бүләк итеп, Мәғдән Фазыловты ныҡ һөйөндөргән.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек йылында, ураҙа айында бындай изгелек сауаплы эш, әлбиттә. Хеҙмәт ветераны үҙе лә яуапһыҙ ҡалмаған, “Балтач таңнары” гәзите аша уҡыусыларына ысын күңелдән  рәхмәт белдергән:

“Хөрмәтле уҡыусыларым, минең яратҡан кластарым! Күпме ваҡыт үтһә лә, һеҙ уҡытыусыларығыҙҙы онотмайһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә онотола торғандарҙан түгел. Мауыҡтырғыс дәрестәр, ауылдан-ауылға йөрөп концерт ҡуйыуҙар, спектаклдәр барыһы ла күҙ алдында. Ә сығарылыш кисәләре һуң!

Һеҙ мине донъя менән яңынан бәйләнегеҙ, хәҙер бәйләнеш тағы ла нығыраҡ булыр. Эштәрегеҙ уң булһын! Миңә ҡылған изгелегегеҙ өсөн Хоҙай үҙе һеҙҙе ҙурлаһын!”

https://vk.com/gazetabaltachtannary

Эльза Зиннурова фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: