Кисә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһындағы сығышында белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуынса, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Әйткәндәй, республикала был программанан файҙаланған медицина белгестәре байтаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы. Унда аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар. Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алыу хоҡуғына эйә.
Белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әммә бер шарт бар: улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы.
Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә.
Программа сиктәрендә табиптарға – 1-2 миллион һум, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә.
Ауыл еренә белгестәр йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда ла “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары тормошҡа ашырыла. 2023 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан бүленгән сумма буйынса ил төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән йәш белгестәрҙән Элина Әлимбаеваға ҙур өмөт бағлайҙар бында. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Үҙе Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. Элина Булат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша һәм был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәксе.
– Атайым Булат Вәли улы – ветеринария табибы, әсәйем Әлфирә Фәнүр ҡыҙы 22 йыл фельдшер булып эшләй. Атайымдың апаһы Гөлнәзирә лә табип-лаборант. Ағаһы Хажиәхмәт тә кардиолог ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик аяныслы өҙөлдө, – ти Элина Вәли ҡыҙы.
Ҡыҙҙың атаһы ошо уҡ райондың Тимерәк ауылынан икән. Шулай итеп, Элина – табиптар династияһынан.
Йәшәү йәме – балаларыбыҙҙа. Улар сирләп китеп һауыҡһа, ата-әсәгә лә, табиптарға ла, ҙур ҡыуаныс килтерә. Ғаиләлә һау-сәләмәт сабыйҙың тыуыуы иһә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ шатлыҡ! Әммә һәр кем дә педиатр булып эшләй алмайҙыр, сөнки, нисек кенә булмаһын, барыһынан да элек балаларҙы яратырға кәрәк. Ә был сифат Элина Әлимбаеваға хас. Уға эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй, Михаил Мишустин кисәге сығышында шулай уҡ тотош Рәсәйҙә фиҙакәр хеҙмәт иткән табиптарға рәхмәт белдерҙе. “Заманса ҡорамалдар һәм дарыуҙар, дауалау ысулдары – быларҙың барыһы ла мөһим. Әммә иң мөһиме – пациенттар тураһында хәстәрлек күреү”, – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Мәсетле районы.
#ПрофсоюзЗдравоохранения
#ПрофсоюзМедработников
#медикиГерои