Социаль мәсьәлә
5 Апрель 2024, 09:10

Бәләгә тарығандарға ярҙам итә

Фельдшер Зәлифә Ғатауллина көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликлиникаға йөрөп эшләй.

Бәләгә тарығандарға ярҙам итәБәләгә тарығандарға ярҙам итә
Бәләгә тарығандарға ярҙам итә

Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Зәлифә Ғатауллина Златоуст медицина училищеһын тамамлаған, йыл да белемен камиллаштырырға ынтылған. Хеҙмәт стажы – 38 йыл. Тормош девизы: “Төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға”.

Фельдшер көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликлиникаға йөрөп эшләй. Ҡыйыу ҡатынға әллә күпме тапҡыр юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға, төтөн менән ағыуланғандарға һәм бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.

Һәр һөнәр эйәһенә генә хас айырым сифаттар була. Фельдшерҙарға иһә ауыр тормош хәлдәрендә юғалып ҡалмау, үҙеңде тиҙ ҡулға алыу, ашығыс рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек һыҙаттар хас. Зәлифә Ғатауллина ла тап шундайҙарҙан.

#ПрофсоюзЗдравоохранения

#ПрофсоюзМедработников

#медикиГерои 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас