Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Апрель , 17:20

2023 йылда туристар ағымы 2,2 миллион берәмек тәшкил иткән

Был һан 2022 йыл күрһәткесенән 14 процентҡа юғары.

2023 йылда туристар ағымы 2,2 миллион берәмек тәшкил иткән
2023 йылда туристар ағымы 2,2 миллион берәмек тәшкил иткән

Башҡортостан Республикаһына 2023 йылда туристар ағымы 2,2 миллион берәмек тәшкил иткән, был 2022 йыл күрһәткесенән 14 процентҡа юғары. Был күрһәткескә ярашлы республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урында, ә Рәсәй Федерацияһында - 12-се. Күрһәткестең үҫешенә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашырыу тәьҫир иткән.

- Төбәктә туризм инфраструктураһын үҫтереү Башҡортостан Хөкүмәте өсөн мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был маҡсатҡа ике йылда 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, ул туризмды үҫтереүгә һәм туристар ағымын арттырыуға мөһим аҙым эшләргә булышлыҡ итте. Дөйөм алғанда, былар Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән маҡсатлы йүнәлешкә өлгәшергә этәргес булды, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Яңы турист объекттары төҙөүгә, булған инфраструктураны яңыртыуға, яңы турист маршруттары һалыуға, электрон юл күрһәткестәре булдырыуға, ваҡиғаларға бәйле саралар үткәреүгә һәм “Мәктәп туризмы” проектын тормошҡа ашырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Геопарктарҙы үҫтереүгә һиҙелерлек импульс бирелгән, ул маҡсатҡа 600 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән. Мәҫәлән, ”Янғантау” - ЮНЕСКО Халыҡ-ара глобаль геопарктар тармағына индерелгән илдә берҙән-бер геопарк. Әлеге ваҡытта “Торатау” геопаркына ла ошо статусты биреү буйынса эштәр алып барыла, тип билдәләне Премьер-министр.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23517/  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: